Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Март 2019, 02:00

Сәскәләй итер өсөн донъяны

“Алаҡай” территориаль йәмәғәт үҙидаралығы ағзалары һәм ауылдың мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре тотонған эшкә күҙ ҡыҙмау мөмкин түгел – дәрт, йүнселлек йоғошло ти, бирһен Хоҙай!

“Алаҡай” территориаль йәмәғәт үҙидаралығы ағзалары һәм ауылдың мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре тотонған эшкә күҙ ҡыҙмау мөмкин түгел – дәрт, йүнселлек йоғошло ти, бирһен Хоҙай!


Күмәкләшеп сәскә үҫентеләре ултыртҡан алаҡайҙар. Мәҙәниәт йортоноң ремонттан һуң яҡтырып, киңәйеп киткән тәҙрә төптәрен эшкә ҡушҡандар – меңдән ашыу һауытта петуния, виолаларҙың ниндәйе генә юҡ!


- Элекке йыл башлағайныҡ был эште, быйыл күп итеп ултыртырға батырсылыҡ иттек. Сәскә орлоҡтарын көҙҙән йыйып ҡалдырғайныҡ, - ти йәмәғәт үҙидаралығы рәйесе Сәлимә Герасименко. – Кем нимәгә өлгөрә, күмәкләп, дәртләнеп тотонғас, матур ғына үҫеп киттеләр.


Башланғыстарының килемле булыуын аңлап ҡалғандар, былтыр 16 мең һумға үҫентеләр һатылған. Был аҡса бик күп эштәрендә ярҙам иткән, мәҙәниәт йортона микрофондар, башҡа кәрәк-яраҡ һатып алғандар, ауылда үткән төрлө сараларҙа ҡатнашыусыларҙы бүләкләүгә лә тотонғандар.


- Булдырабыҙ икән, ниңә туҡтап ҡалырға – был йүнәлештә тағы ла ҙурыраҡ маҡсаттар бар, теплица алырға хыялланабыҙ. Район хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Азамат Абдрахманов яңыраҡ ауылыбыҙға килгәйне, мәҙәниәт йортоноң үҫентеләрҙән йәшеллеккә күмелеп ултырыуын күреп, ҡәнәғәт ҡалды. Быйыл үҫентеләрҙе һатып, файҙаһын күрһәк, шул аҡсаларҙы мәҙәниәт йорто ҡыйығын ремонтлауға ҡушырбыҙ тигәйнек. Азамат Фәрит улы, ремонтҡа былай ҙа ярҙам итербеҙ, теплица алығыҙ, эшегеҙҙе үҫтерегеҙ, тине. Башланғысыбыҙҙың баһаланыуына беҙ бик шат, - ти мәҙәниәт йорто мөдире Зәлиә Ғәйнуллина.


Ҡулығыҙҙан һөйөнөгөҙ, тиҙәрме әле был осраҡта? Хуп, бик хуп. Ауыл тормошона йәм өҫтәгән, йәмәғәт эшен тағы ла йәнләндергән, һөҙөмтәле иткән башланғыстарына күҙ теймәһен, башҡалар ҙа өлгө алһын.




Фото: “Алаҡай” территориаль йәмәғәт үҙидаралығы архивынан.
Читайте нас: