Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
25 Март 2019, 02:00

Халыҡ медицинаһынан бер шәлкем кәңәш

Ҡандағы шәкәр кимәлен кәметеү өсөн

1,5 – 2 см ҡалынлыҡтағы һәм 20 см оҙонлоҡтағы керән тамыры, 9 бүлкәт һарымһаҡ, сифатлы һыра һәм бер литрлыҡ быяла шешә йә банка кәрәк буласаҡ.

Керән тамырын яҡшы итеп йыуырға (таҙартырға ярамай) һәм ваҡ ҡына итеп турап, шешәгә һалырға. Һарымһаҡты таҙартып, шулай уҡ ваҡлап, шешәгә һалырға. Өҫтөнә тултырғансы һыра ҡойоп, 10 көнгә ҡараңғы урынға төнәтергә ҡуйырға. Һуңынан һөҙөп, тәүге ике көндә 2 – 3 тапҡыр – берәр балғалаҡ, аҙаҡтан көнөнә өс тапҡыр берәр ҡалаҡ эсергә.

Был төнәтмә менән бер ай эсендә ҡандағы шәкәр кимәлен төшөрөп була.


Ҡан тамырҙарын таҙартыу

Был дарыу ҡан әйләнешен яҡшырта, күп кенә ауырыуҙан арынырға ярҙам итә, тотош организмды йәшәртә.
Уны әҙерләү өсөн берәр стакан лимон һуты, кишер һуты, сөгөлдөр һуты, ҡара торма һуты, һарымһаҡ (15 баш) һуты, бал һәм кагор кәрәк. Барыһын бергә ағас ҡалаҡ менән бутап, 2 литрлыҡ банкала һыуытҡыста һаҡларға. Көнөнә өс тапҡыр ашағандан һуң берәр ҡалаҡ эсергә. Ай ярым ҡулланғандан һуң 2 – 3 ай ял итеп алырға һәм йәнә ҡабатларға мөмкин.


Тымауҙан, гаймориттан

Бер балғалаҡ бал, бер балғалаҡ эвкалипт төнәтмәһе (дарыуханала һатыла), бер балғалаҡ ҡаты итеп бешерелгән ҡара сәйҙе бергә ҡушып бутарға һәм өс көн буйы көнөнә өс тапҡыр танауға тамыҙырға. Бер тамыҙғанда, пипетканың яртыһын алырға кәрәк. Бер-ике процедуранан һуң да танау асылып, тын алыуы еңелләшә.


Шешенеүҙән

Был коктейль бауыр эшмәкәрлеген яҡшырта, ҡан тамырҙарын нығыта һәм шешенеүҙе кәметә. Ҡыярҙың ҡабығын әрсеп, турап блендерға һалырға, бер аҙ таҙартылған әстерхан сәтләүеге, йәшел һуған, укроп, һарымһаҡ, зәйтүн майы, лимон һуты һәм ҡайнаған һыу өҫтәргә. Тоҙ урынына диңгеҙ кәбеҫтәһе һалырға мөмкин. Барыһын бергә блендерҙа иҙергә һәм өҫтөнә йогурт йә кефир ҡойорға.


Бронхиттан

Киптерелгән мандарин ҡабығынан бронхитты дауалау өсөн бик яҡшы дарыу әҙерләп була. 20 г ваҡланған ҡабыҡҡа бер стакан ҡайнар һыу ҡойоп төнәтергә. Әҙер булғас һөҙөп, көнөнә биш тапҡыр ашар алдынан берәр ҡалаҡ эсергә. Көндәлек порцияны һәр саҡ яңынан әҙерләргә.


Быуындар һыҙлауынан

Бер үк күләмдә шалҡан, керән һәм торма алып, ҡырғыс аша үткәрергә һәм барыһын бергә бутап, ауыртҡан урындарға һөртөргә, йәиһә марляға һалып, компресс итеп ябырға. Керәндең тирене яндырыуы ихтимал, шуға күрә компресты ике сәғәттән артыҡ тоторға һәм көн һайын ҡуйырға ярамай.


Анемиянан ярҙам итә

Бер үк күләмдә торма, сөгөлдөр, кишер, мүк еләге һуты алына һәм шуға берәр өлөш бал һәм коньяк ҡушыла. Килеп сыҡҡан дарыуҙы һыуытҡыста тотоп, көнөнә өс тапҡыр өсәр ҡалаҡ эсергә. Гемоглобин күтәреләсәк. Профилактика өсөн был ҡатнашманы йылына ике тапҡыр берәр литр эсергә кәрәк.


Тиреләге кескәй эрендәргә ҡаршы

Ғәҙәттә, балаларҙың тиреһендә бәләкәй генә эрендәр барлыҡҡа килә. Уларҙы дауалау өсөн бер үк күләмдә һуған, балан емеше һәм үҫемлек майы алырға кәрәк. Шуларҙы табала әкрен утта быҡтырырға һәм бер тәүлек төнәткәндән һуң сирле урындарға һөртөргә.


Үҙәк көйөүҙән арыныу өсөн

- Ярты стакан артыҡ ҡуйы булмаған һөт эсергә мөмкин, бер сәғәткә булһа ла үҙәк көйөүе баҫылыр.

- Сей картуфтың һуты бигерәк тә һөҙөмтәле булыуы ихтимал. Бының өсөн картуфты әрсеп, ҡырғыс аша үткәрергә һәм һутын һығып, көнөнә ике тапҡыр яртышар стакан эсергә.
- Бөтнөк үләненең һуты үҙәк көйөүҙе баҫыу ғына түгел, ғөмүмән, уны булдырмаҫҡа ярҙам итә. Үлән сәйенә ҡарағат, балан япрағы ла ҡушырға ярай. Был сәйҙе көнөнә 2 – 3 тапҡыр берәр стакан эсергә кәңәш ителә.



Теш һыҙлауынан


Ҡырғыстан үткәрелгән ике ҡалаҡ шалҡанға бер стакан ҡайнар һыу ҡойоп, 5 минут ҡайнатырға һәм һөҙөп алырға. Бер аҙ һыуынғас, ошо төнәтмә менән тештәрҙе, ауыҙҙы сайҡатырға. Теш һыҙлауы баҫылыр һәм ҡабат борсомаҫ.



Склероздан


-Бер ҡалаҡ ҡыҙыл миләш емешенә бер ҡалаҡ мәтрүшкә, өс ҡалаҡ гөлйемеш ҡушып бутарға. Бер ҡалаҡ ошо ҡатнашмаға бер стакан ҡайнар һыу ҡойоп, сәғәт ярым төнәтергә һәм бал ҡушып, сәй урынына эсергә.
-Башлы һуған иҙмәһенә шул уҡ күләмдә бал ҡушып бутарға һәм бер ай буйы көн һайын иртәле-кисле берәр ҡалаҡ ашарға.
-Ҙур булмаған һарымһаҡты иҙеп, өҫтөнә рафинадланмаған көнбағыш майы ҡойорға. Төнгөлөккә һыуытҡысҡа ҡуйырға. Иртәнсәк бер ҡалаҡ һарымһаҡ майына бер ҡалаҡ лимон һуты ҡушып, көнөнә өс тапҡыр ашарҙан ярты сәғәт алда эсергә. Дауаланыу курсы – 1,5 – 2 ай.

Фото: pixabay.com


Читайте нас: