Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Март 2019, 02:00

КУЛЬТУРАЛЫ ДАУАЛАНЫУ

Бынан 15-20 йыл элек бер ир ҡатыны менән Европаға ял итергә китә. Матур ғына донъя гиҙеп йөрөгәндә был ир кисен үҙен насар тоя башлай: әллә ел һуҡҡан – аңламаҫһың. Бәхетенә күрә, улар төркөмөндә бер табип та була һәм геройыбыҙ уның янына инә: йәнәһе, ҡара әле, ни булған икән.


– Иҫең китмәһен, – ти быға табип, – ғәп-ғәҙәти ОРЗ. 100 грамм араҡы эс тә төрөнөп ят. Төн буйы тирләп сығырһың да, иртә менән кеше булырһың.
Теге ир табип кәңәшен ҡатынына еткерә.
– Ах, алкаш! – ти хәләле. – Инде бында килгәс тә араҡы эсеп йөрөмәксе икәнһең! Үҙең дә алкаш, врачың да алкаш... Культуралы Европаға килгәнбеҙ икән, культуралы итеп дауаланырға кәрәк.
Һәм ҡатыны был ирҙе урындағы табипҡа эйәртеп алып китә. Әлбиттә, табип ауырыуҙы асыҡ йөҙ менән ҡаршы ала, тыңлай, һораштыра ла:
– Бер ҙә борсолмағыҙ, был – гәп-ғәҙәти һалҡын тейеү. Мин һеҙгә берәр стакан виски эсеп, йылы юрғанға төрөнөп ятырға кәңәш итер инем.
Теге ир рәхмәт әйтеп һәм, ҡатынының шаҡмаҡланған күҙҙәренә ҡарамаҫҡа тырышып, вестибюлгә сыға. Бер аҙҙан уларҙы асыҡ сырайлы шәфҡәт туташы ҡыуып етә:
– Беҙгә мөрәжәғәт иткәнегеҙ өсөн рәхмәт, – ти ул йылмайып. – Әфәнде нисек түләр икән? Карточка буйынсамы? Аҡсалатамы?
– Ә күпме?
– Консультация өсөн һеҙҙән 300 доллар...
“Теге ир, шулай ҙа, ҡатынын бәреп үлтермәгән булырға тейеш, – тип һөйләне танышым, – сөнки уның тураһында ултырып сыҡҡан кеше тип ишетергә тура килмәне”.


Фото: интернет.


Читайте нас: