Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
19 Март 2019, 02:00

Йәшәү тигән оло байрам бар

Ҡарттары булған ауылдар бәхетле. Сөнки, шағир әйтмешләй, улар һипкән орлоҡ – яҡшылыҡ еребеҙгә ҡот, ихласлыҡ, ябайлыҡ өҫтәй. Миһырбанлыҡ, иман килтерә.

Ҡарттары булған ауылдар бәхетле. Сөнки, шағир әйтмешләй, улар һипкән орлоҡ – яҡшылыҡ еребеҙгә ҡот, ихласлыҡ, ябайлыҡ өҫтәй. Миһырбанлыҡ, иман килтерә.
Алаҡайҙың да бар шундай ҡарттары. Хажиәхмәт Ғәли улы Йәмилов менән Йомабикә Яхъя ҡыҙы Ишкинина ғүмер буйы ошо ерҙә тир түгеп, балалар үҫтереп көн иткән. Һуғыш йылы балалары улар. Үҫмер саҡтарынан билде бишкә быуып, ҡара эштә сыныҡҡан быуын вәкилдәре. Тик ул заман кешеләрен ауырлыҡтар сыныҡтырған ғына. Тән сәләмәтлеге лә, йән тыныслығы ла, рух ныҡлығы ла бар уларҙа шуға. Хаҡлы ялға сыҡҡансы колхоз баҫыуҙарын арҡыры-буй иңләгән Хажиәхмәт ағай бөгөн дә егеттәрсә баҫып йөрөй. Туғыҙынсы тиҫтәне ҡыуған аҡһаҡал йорт хужалығын үҙе алып бара: ҡарын да көрәй, утынын да яра, ҡураһындағы һарыҡтарын да тәрбиәләй. Ә 90 йәшен бынабына тултырырға торған Йомабикә инәйебеҙ наҙланып ҡына ҡартын өйөндә йәмле сәй өҫтәле артында көтә. Дүрт балаға ғүмер биргән әсәй. Башҡа ауыл ҡатындары кеүек ул да йәйен-ҡышын колхоз эшендә ҡайнаған. Ғүмеренең күп өлөшө ауыр хеҙмәттә үткән инәйҙең ошо йәшкәсә матур һаҡланыуы, теремек булыуы һоҡландыра. Хәтере лә яҡшы, зиһене лә яҡты уның. Әле булһа гәзит-журналдарҙан айырылмай.
Ата-әсәһенең ҡартлығын йәмләр, уларға терәк булыр өсөн Ноябрьскиҙан ҡыҙҙары Рәшиҙә ҡайтҡан. Йылы, күркәм өйҙә өҫтәл тулы һыйҙа көн итә бөгөн бәхетле атай менән әсәй.
Тыл ветерандарын ауылдаштары ла иғтибарҙан ситтә ҡалдырмай. Байрамдарҙа өйҙәренә килеп, ҡотлап, ҡәҙер-хөрмәт күрһәтеп, ололарҙың күңелен күрәләр.
“Ғүмер уҙҙы, бөтәһе лә туҙҙы инде, балам”, - тиһә лә Йомабикә инәй, йән йәшәүҙән туя буламы һуң! Әйҙә көндәр-төндәр алмашынып торһон, Хоҙай һеҙҙе йәшәү тигән оло байрамдан айырырға ашыҡмаһын әле, беҙҙең ҡәҙерле ҡарттарыбыҙ!
Фото: Хәнә Мәҡсүтова.
Читайте нас: