Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
19 Март 2019, 02:00

Өфөлә лә һынатмаҫ Таһир!

Тормошта алдына изге маҡсаттар ҡуйып, кемдеңдер ярҙамына өмөт итмәй, ауырлыҡтарға бирешмәй, алға табан йырып барып, үҙ юлын тапҡандар, һис шикһеҙ, бәхетле була. Эшлекле, дәрәжәле кешеләрҙең әллә ҡайҙан түгел, ә үҙебеҙҙең бәләкәй ауылдарҙан сығыуы ла ҙур шатлыҡ.

Тормошта алдына изге маҡсаттар ҡуйып, кемдеңдер ярҙамына өмөт итмәй, ауырлыҡтарға бирешмәй, алға табан йырып барып, үҙ юлын тапҡандар, һис шикһеҙ, бәхетле була. Эшлекле, дәрәжәле кешеләрҙең әллә ҡайҙан түгел, ә үҙебеҙҙең бәләкәй ауылдарҙан сығыуы ла ҙур шатлыҡ.


Таһир Шәрәфетдиновты шундай кеше итеп беләм. 1997 йылда ҡалабыҙҙың Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт гимназия-интернатын тамамлай. Иптәштәре араһында шуҡлығы, саялығы менән айырылып тора ул. Яңғыҙ ҡалған ваҡыттарында йырҙар йырлап, моңланып та ала йәш егет. Телгә бай, йор һүҙле Таһир күп уйлап тормай, гимназияны тамамлағас та, Башҡорт дәүләт университетының журналистика факультетына уҡырға инә. Ә 2006 йылда ошо уҡ уҡыу йортонда юриспруденция һөнәрен үҙләштерә. Хеҙмәт юлын мировой судья ярҙамсыһы булып башлай. 2016 йылдан Ишембай ҡалаһының республика коллегияһы адвокаттары ойошмаһында адвокатлыҡ эшенә тотона. Быйыл яҡташыбыҙҙың баш ҡалабыҙ Өфөгә эшкә саҡырылыуын ишетеп һөйөндөк - юғары даирәләрҙә үҙебеҙҙекеләр артҡандан-арта. Һөнәр һайлау алдында торған йәштәребеҙгә кәңәш, өлгө булыр тигән маҡсаттан, Таһирҙан бөгөнгө эше, уй-маҡсаттары менән уртаҡлашыуын һораныҡ.


- Бер йыл элек Башҡортостан Республикаһы Адвокаттар коллегияһының президиумы рәйесе ярҙамсыһы итеп саҡырғас, күп уйлап торманым, тоттом да риза булдым. Ауырлыҡтан, яуаплылыҡтан ҡурҡып тормаҫҡа өйрәткәйне мине ата-әсәйем. Ана шул сифаттар ярҙам иткәндер инде миңә. Эшләп йөрөйөм, эшем үтә лә ҡатмарлы, яуаплы. Шулай ҙа яҡташтарымдың йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтерергә тырышмайым. Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты ярҙамсыһымын. Граждандарҙың хоҡуғын яҡлау, уларҙы яман уйлы енәйәтселәрҙән һаҡлау элек-электән мөһим роль уйнаған. Йәмғиәттә тәртип кимәле туранан-тура уның үҫеш кимәлен күрһәтә. Минең маҡсатым – граждандарға сифатлы хоҡуҡи ярҙам күрһәтеү, юлдан яҙғандарға төҙәлеү өмөтө биреү. Был һөнәрҙе һайлауыма бер ҙә үкенмәйем. Ҡатмарлы заманда йәшәйбеҙ. Тормошомда тыуған ҡырҡа үҙгәрештәр мине тағы ла көслөрәк, ҡыйыуыраҡ итә. Һайлаған юлымдың хаҡлығына тағы ла бер тапҡыр инандым. Яҡташтарыма күп сәләм!


Йәш адвокаттың изге уй-ниәттәре һәр саҡ тормошҡа ашыуын теләйек.




Фото: Таһир Шәрәфетдиновтың архивынан.
Читайте нас: