Этҡол мәсетендә районыбыҙ ауылдары имам-хатиптарының йыйылышы булып үтте. Уны Ишембай районының имаммөхтәсибе Илшат хәҙрәт Хафизов алып барҙы.
Сара районда беренсегә уҙғарылмай. Имамдар ике айға бер тапҡыр төрлө ауылдарҙа осрашып тора.
- Был беҙҙең сираттағы йыйылыш, киләһе осрашыу Йәнырыҫта уҙғарыласаҡ. Ошо рәүешле көнүҙәк мәсьәләләрҙе тикшерәбеҙ, диндәге яңылыҡтар менән танышабыҙ. Бына бөгөн дә Этҡолға 24 имам йыйылды, - тине Илшат хәҙрәт. Дин әһелдәре һәр ҡайһыһы үҙен борсоған проблемаларын әйтте, урынлы тәҡдимдәр ҙә яңғыраны.
Дин өлкәһендә ғилемде күтәрергә кәрәк, мәҙрәсә асыу ҙа көн талабы тигән теләктәр әйтелде.
Бындай йыйылыштар төрлө яңылыҡтарҙы бүлешеү урыны ла. Маҡар мәсетенең имамхатибы Юлай Йомағужин, ауылдарында “Урал батыр” эпосы буйынса ҙур сара ниәтләнеүен билдәләп, хәҙрәттәрҙе байрамға саҡырҙы.
Ҡалала мәсет төҙөү мәсьәләһен ҡуҙғатып, Илшат хәҙрәт документтар эше яҙға тамамланһа, артабан төҙөү эштәре башланасағын белдерҙе.
Дин – халыҡты тәртипкә, әхлаҡлы булыуға өндәй. Имам-хатиптар ҙа үҙҙәренең бурыстары итеп халыҡҡа вәғәздәр уҡып, кешеләр күңеленә изгелек нуры таратыуҙы маҡсат итеп ҡуйған һәм был йүнәлештә эште тағы ла әүҙемләштерергә тигән ниәттәрен белдерҙе.
Сарала Этҡол ауылы хакимиәте башлығы Нәсимә Әйүпова ла ҡатнашты. Ауыл мәсетенең имам-хатибы Шәрәфетдин хәҙрәттең халыҡҡа вәғәздәр һөйләүе эскелеккә ҡаршы көрәштә лә ярҙам итеүен, ғөмүмән, берлектә эшләгәндә ыңғай һөҙөмтәгә өлгәшеү мөмкинлеген әйтте.
Дин әһелдәре, Бөйөк Ватан һуғыш яугирҙары иҫтәлегенә ҡуйылған һәйкәл эргәһендә лә булып, был донъянан киткән ветерандар рухына доғалар уҡыны.