Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
16 Март 2019, 02:00

Сәсеү өсөн орлоҡ һайлау серҙәре

Баҡсала мул уңыш үҫтереү иң тәү сиратта дөрөҫ һай­лан­ған орлоҡҡа бәйле. Юҡҡа ғына хал­ҡы­быҙ “Ни сәс­һәң, шуны урыр­һың” тимәгән.

Баҡсала мул уңыш үҫтереү иң тәү сиратта дөрөҫ һай­лан­ған орлоҡҡа бәйле. Юҡҡа ғына хал­ҡы­быҙ “Ни сәс­һәң, шуны урыр­һың” тимәгән.


Орлоҡ һатып алғанда, уңайһыҙ тип тормағыҙ, һатыусынан тауар сертификатын һорағыҙ, ҡапта яҙылған мәғлүмәт менән ныҡлап танышығыҙ. Ҡулланыу һәм һаҡлау шарттарына ентекле күҙ һалығыҙ.


“Гибрид” тигән һүҙҙән ҡурҡмағыҙ. F1 – беренсе быуын, F2 – икенсе быуын гибриды (ғәҙәттә, һуңғыһы сәскә культураларына ҡарата ғына ҡулла­ныла). Махсус рәүештә эшкәртелгән булһа ла, гибридтарҙың ГМО менән бер ниндәй ҙә ур­таҡлығы юҡ. Кире­һенсә, бындай ор­лоҡтар мул уңыш биреү менән бер рәттән, ауырыуҙарға ла тотороҡло. Әммә уларҙан үҫкән йә­шелсәнән орлоҡ эшкәртергә ярамай.


Орлоҡто махсус йүнәлештәге сауҙа нөктәһенән алырға тырышығыҙ, сөнки улар һыналған, ышаныслы партнерҙар менән эшләүгә өҫтөнлөк бирә. Бындай магазиндарҙа сифат контроле лә күпкә юғары.


Орлоҡтоң һауыты ҡабында мотлаҡ исеме, сорты, уны етештергән фир­маның атамаһы, логотибы, адресы һәм башҡа төр мәғлүмәт булырға тейеш. Шулай уҡ ауырлығы йәки нисә дана булыуы, партияһының һаны күрһәтелеүе мотлаҡ.





Фото: интернет.


Читайте нас: