Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
16 Март 2019, 02:00

Матур булғың киләме? Лилиә һине көтә!

18 март - Сауҙа, халыҡты көнкүреш хеҙмәтләндереү һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре көнө

18 март - Сауҙа, халыҡты көнкүреш хеҙмәтләндереү һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре көнө



Яҙ айы - тәбиғәттең иң күркәм миҙгеле ул. Бөтә тәбиғәт йоҡонан уянғанда, ҡатын-ҡыҙ күңеле лә иләҫ-миләҫ килә. Хатта урамдан аҡҡан йырғанаҡтарға ҡарап та күңел елпенә, үҙеңде ҡар аҫтынан йырып килеп сыҡҡан наҙлы умырзаяға оҡшатып ҡуяһың ҡайһы саҡ. Ә күңел йырлағанда, шатланғанда, тышҡы ҡиәфәтеңдең дә көлөп, йылмайып тороуын теләйһең, үҙеңдә нимәнелер үҙгәртке, яңы образға инге килә. Ҡалабыҙҙа Геология урамының 39-сы йортонда урынлашҡан “Имидж-матурлыҡ-стиль” салоны мөғжизә, яңылыҡ эҙләп йөрөгән гүзәл заттарҙы үҙенә ылыҡтыра ла инде.


Күҙҙәренән йәшлек нурҙары бөркөлөп торған салон хужаһы Лилиә Фәхриева иң тәүҙә матур итеп үҙ телендә - башҡортса һөйләшеүе менән арбай һине, һуңыраҡ инде уның ҡулдарының ысынлап та мөғжизә тыуҙырыуын күреп тағы ла бер һоҡланаһың.
- Бәләкәйҙән уйынсыҡтар менән уйнаманым. Өйҙәгеләрҙе баҫтырып йөрөтөп, сәстәрен киҫә торғайным. Шуға ла үҫеп еткәс, кем булырға тигән һорау борсоманы, - ти Лилиә. - Эшемде бик яратам. Салонға кергән һәр гүзәл зат бынан тағы ла матурыраҡ, серлерәк булып сығып китһен, тип тырышам. Бер-нисә йыл элек Мәскәүгә барып, эшләп алыу ҙа ныҡ ярҙам итте. Яңы идеялар, ҙур пландар менән ҡайттым баш ҡаланан һәм бына ошо матурлыҡ салонын асып ебәрҙем.
Эйе, матурлыҡ салондары хәҙер аҙым һайын, шуға һәр оҫтаның үҙенең генә эш алымы, матурлыҡ тыуҙырыу сере булырға тейеш. Лилиә, мәҫәлән, сәс буяғанда заманса өр-яңы шатуш, омбре, балаяж, аэртач технологияларын ҡуллана. Был терминдарҙың нимә аңлатыуҙарын һорайым.
- Шатуш - иң яңы технология ул. Сәсте тәбиғи төҫһөҙләнгәнгә оҡшатып аҡһылландырабыҙ. Ҡайһы берҙә прическа эсендәге шәлкемдәр буяла, унда-һанда күренеп ҡалып, күләмлелек эффекты барлыҡҡа килтерә. Үҫеп килеүсе төпһәләрҙе йә ағара башлаған сәсте йәшерәбеҙ. Был технология оҙон һәм уртаса оҙонлоҡтағы сәскә бара. Ҡуңыр сәстә беленеп тора, ә аҡһыл сәстә әллә ни күҙгә ташланмай. Ҡәҙимге мелирлауға ҡарағанда әҙерәк ваҡыт ала. Омбре - буйлы колорлау ул. Буяғанда бер төҫ яйлап ҡына икенсе төҫкә күсә. Ҡояшҡа уңған шәлкемдәр барлыҡҡа килһен өсөн, сәс төбөн брондлауҙағы шикелле ҡуңырыраҡ итәбеҙ. Омбре оҙон тура сәслеләргә килешә, йоҡа сәскә күләм өҫтәй. Омбрены бик тәжрибәле оҫта ғына эшләй ала, ҡатмарлы һәм оҙайлы булғас, хаҡы ла ҡиммәт. Әммә клиенттарға бик оҡшай, - ти оҫтабикә.
- Ҡатын-ҡыҙҙар сәс буятҡанда ниндәй төҫтәргә өҫтөнлөк бирә?
- Күптәр сәстәрен көл төҫөнә буятырға тырыша. Был төҫ йәштәрҙе тағы ла йәшәртеп ебәрә, олораҡ ҡатындарҙың сал сәстәре ҡаплана, йөҙҙәре лә йәшәреп китә.
- Ҡатын-ҡыҙҙарҙың күбеһе һинең салоныңды һайлай. Уның сере нимәлә икән?
- Беҙ иң яҡшы сифатлы буяуҙар ҡулланабыҙ. Клиенттың һәр бер теләген иҫәпкә алабыҙ. Шулай уҡ сәс киҫеү, бөҙрәләтеү, төрлө прическалар яһау, тырнаҡтарҙы буяу кеүек хеҙмәттәр ҙә күрһәтәбеҙ. Минең менән бергә үҙ эшен яратып башҡарған 3 оҫта эшләй.
Салондағы ҡатын-ҡыҙҙар менән һөйләшәм.
- Мин бында даими йөрөйөм. Сәс буятырға, ҡырҡтырырға тик Лилиәгә генә киләм. Уның оҫта ҡулдарына тулыһынса ышанам. Башҡа салондарға ҡарағанда хаҡтар ҡиммәтерәк булһа ла, хеҙмәтләндереү кимәле юғары, - ти Роза Кәримова.
- Миҙгел һайын яңы йүнәлештәр, трендтар. Һин донъяла стилдәрҙең нисек алмашынып тороуын, тап бөгөн нимәгә өҫтөнлөк бирелеүен белергә тейешһең. Минеңсә, иң мөһиме - үҙ стилеңде булдырыу, - ти йәш эшҡыуар.
Лилиә күптән инде үҙ алымын уйлап тапҡан. Шуға ла ҡалала уны белмәгән кеше һирәк. Матур булырға теләгән ҡатын-ҡыҙҙар өсөн Лилиәнең телефон һандары: 8-987-48-83-699.

Фото: автор.

Реклама.
Читайте нас: