Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
14 Март 2019, 04:00

“Ә беҙ балда булдыҡ”,- тип һөйөнә әсәле-ҡыҙлы Зөлфиә менән Эльвина ДУСАЛИНАлар

8 мартта Өфөлә Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында “Кескәй принцессалар балы” тип исемләнгән мәрхәмәтлек байрамы уҙғарылды. Башҡортостан Республикаһы башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусының хәләл ефете Каринэ Хәбирова ойошторған был сараға республикабыҙҙың төрлө ҡала, ауылдарынан йәш һылыуҡайҙар йыйылды.

8 мартта Өфөлә Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында “Кескәй принцессалар балы” тип исемләнгән мәрхәмәтлек байрамы уҙғарылды. Башҡортостан Республикаһы башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусының хәләл ефете Каринэ Хәбирова ойошторған был сараға республикабыҙҙың төрлө ҡала, ауылдарынан йәш һылыуҡайҙар йыйылды.

Беҙҙең Ишембай ҡыҙҙарына ла был күркәм сараны күреү бәхете тейҙе. Улар араһында Этҡол ауылынан Эльвина ҡыҙы менән Зөлфиә Дусалина ла булды. Әсәле-ҡыҙлы улар әле һыуынып та өлгөрмәгән күңел кисерештәре менән бүлеште:

- 7 мартта уҡ Өфөгә барҙыҡ. Беҙҙе “Йәшел сауҡалыҡ” шифаханаһына урынлаштырҙылар. Бөтә ерҙә үҙебеҙгә ҡарата шул тиклем йылы мөнәсәбәт, иғтибар тойҙоҡ. Тәүге көндө һүрәт төшөрөү, кейеҙ баҫыу һәм башҡа йүнәлештәр буйынса оҫталыҡ дәрестәре күрһәттеләр. Уларҙың һәр ҡайһыһы ҡыҙыҡлы ине, ихлас ҡатнаштыҡ. Был көндө егелгән эттәрҙә, аттарҙа ла бала-лар кинәнеп йөрөнө, бик шәп ял алдылар, - тип һөйләне Зөлфиә Дусалина.

Ә инде байрамдың иң күркәм өлөшө 8 мартҡа билдәләнә. Әкиәт донъяһына – принцессалар балына барып эләгә йәш һылыуҡайҙар. Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың килеп, байрам менән тәбрикләүе лә балаларҙа онотолмаҫлыҡ матур тәьҫораттар ҡалдыра. Билдәле йырсы Асҡар Абдразаҡовтың сығышы ла сараны йәмләй.


- Иҫ китмәле матур тәьҫораттар алдыҡ Өфөгә барып. “Шундай байрамға тағы ла барайыҡ әле”, - тине ҡыҙым ҡайтҡас. Быға тиклем балет ҡарарға тура килмәгәйне әле. ”Морозко” тигән балетты шул тиклем яратып ҡараныҡ. Ошо байрамды ойоштороусыларға, транспорт яғын хәстәрләп, Ишембайҙан баш ҡалаға алып барыуҙы, ҡайтыуҙы хәстәрләүселәргә ҙур рәхмәт, - тине күңеле бай кисерештәргә тулы Зөлфиә Әүхәҙи ҡыҙы.

Баламы, оло кешеме - һәр кем иғтибарға, йылы ҡарашҡа мохтаж. Ошон-дай саралар беҙҙең тормошобоҙҙо йәмләй, күңелде үҫтерә.




Фото: Зөлфиә Дусалина архивынан.


Читайте нас: