Үҙҙәренең ҡаҙанында ғына ҡайнап йәшәмәй инәйҙәр. Төрлө тарафтарға сығып конкурстарҙа ҡатнашыу ҙа улар өсөн ғәҙәти күренеш. Тәүге сәфәрҙәре Ырымбурға була - “Әбейҙәр сыуағы” конкурсында ҡатнашып, йола күрһәтеп, үҙҙәренә әллә күпме рухи көс, дәрт алып ҡайталар. Йыр-бейеү генә түгел, төрлө музыка ҡоралдарында уйнауға оҫталыҡтары менән дә ал-дыра Байғужа ағинәйҙәре. Береһе мандолинала, икенсеһе ҡумыҙҙа, өсөнсөһө баянда өҙҙөрә. Шуға конкурстарҙа алдынғы урындар яулауҙары ла ғәжәп түгел. Мәҫәлән, былтыр Стәрлетамаҡ районы Айыусы ауылында уҙғарылған “Ҡаһым түрә ҡунаҡҡа саҡыра” конкур-сында ҡатнашып, 3-сө дәрәжә лауреат дипломына лайыҡ булғандар. Тәүге осор фольклор байрамдары уҙғарыу төп йүнәлештәре булһа ла, ваҡыт үтеү менән эш даирәләре лә киңәйә. Ауылда Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙарының иҫтәлегенә һәйкәл асыу өсөн дә ағинәйҙәр аҙ көс һалмай.