Ассортимент ярайһы ғына бай. Эшлекле, киске күлдәктәр, көндәлектә кейә торғандары ла етерлек. Тышта ыжғыр буран булыуға ҡарамаҫтан, йәйге селләлә, ҡояшлы, йылы көндәрҙә кейә торған еңел туҡыманан тегелгән төрлө төҫтәгеләре лә бар. Ҡул ирекһеҙҙән ана шул матур күлдәктәргә һуҙыла. Кокон, бохо, коктейль стилендәге йөн, киндер, бәрхәт, шифондан тегелгәндәре лә күҙҙең яуын ала. Төҫтәре лә төрлө-төрлө. Ә ниндәй үлсәмдәребар тиһегеҙме? Борсолмағыҙ, 42-се размерҙан алып 62-се размерға тиклем. Аҙна һайын бүлек яңы тауарҙар менән тулыландырыла, сөнки күп фабрикалар менән туранан-тура бәйләнеш булдырылған. Сауҙа үҙәгенең аҙнаның бөтә көндәрендә лә иртәнге сәғәт 10-дан киске 20 сәғәткә тиклем эшләүе лә бик уңайлы. Хатта эштән арып ҡайтҡанда ла, үҙеңдең, яҡындарыңдың кәйефен күтәрер өсөн матур күлдәк һайлап алырға өлгөрөп була.