Көн төшкә ауышып, ҡояш бик ныҡ ҡыҙҙыра ине инде. Ҡояш нурҙарына ҡойоноп, иркәләнеп уянып киттем.
Төнгө сменанан эштән ҡайтҡандан һуң гел ауылға әсәйем янына ашыға инем. Атайым үлгәс, әсәйем яңғыҙ ҡалды. Ул үҙен яңғыҙ итеп тоймаһын өсөн ял һайын ауылда булдым.
Был юлы ла, әсәйем яратҡан тәмле-тәмле күстәнәстәр алып, автовокзалға юлландым. Кассанан билет алдым да туҡталыштағы эскәмйәгә барып ултырҙым. Автобустарҙың береһе килә, икенсеһе китә, кемдәрҙелер оҙаталар, ә берәүҙәрен ҡаршы алалар. Халыҡты шулай бик ҡыҙыҡһынып күҙәткән мәлдә, эскәмйәгә ауылса бик бөхтә итеп кейенгән бер әбей килеп ултырҙы. Ул минең ҡайһы яҡҡа барғанымды һорашҡас, бер автобусҡа ултырабыҙ икән, балам, тип, шатланып уҡ ҡуйҙы.
Әбей нисек кенә итеп йылмайырға тырышһа ла, уның күҙҙәрендә ниндәй-ҙер бер борсоулы сер йәшерелгәйне. Бер аҙ һөйләшеп ултырғандан һуң ғына ул асылып китте:
– Мин үҙ аяҡтарым менән йөрөйөм, ә улым бик ҡаты сирләп, түшәктә ята, – тине ул ҡулдары менән күҙ йәштәрен һөртә-һөртә. – Етмәһә, киленем бер сынаяҡ сәй ҙә эсермәй ҡыуып сығарҙы.
Мин һүҙһеҙ ҡалдым һәм бер аҙ ултырғандан һуң, ҡулымдағы һыуҙы һуҙып: “Мәгеҙ, һыуһап киткәнһегеҙҙер, һыу булһа ла эсегеҙ”, – тип кенә әйтә алдым.
Юлда күп йөрөһәм дә бындай аяныслы ваҡиғаға тәүге тапҡыр тап булдым. Һуғыш, аслыҡ, яланғаслыҡ ваҡыттарын кисергән меҫкен әбей, бөгөнгө көндә ҡалаға улына килеп, бер сынаяҡ сәй ҙә эсә алмай ҡайтып барһын әле... Һөйләһәң, кеше ышанмаҫлыҡ хәл бит.
Автобусҡа ултырғас та юл буйы уйланып ҡайттым, был хәл миңә тынғы бирмәне. Барлыҡ оло кешеләр алдында үҙемде ғәйепле итеп тойҙом. Ә кем тәрбиәләгән һуң ул ҡаты бәғерле ҡыҙ баланы? Бәлки, ауыр тормош... Уныһы инде беҙгә ҡараңғы.
Ауылыма ҡайтып еттем. Һәр ваҡыттағыса, әсәйем менән ултырып сәй эстек. Тик әсәйемдән бер нәмәне лә йәшереп булмай, берәй хәл булһа, шунда уҡ һиҙә. Был юлы ла: “Балам, күҙҙәрең борсоулы, бер-бер хәл булдымы әллә?” – тип һораны.
Мин, әлбиттә, күңелемде өйкәп торған юлдағы ваҡиғаны һөйләнем. Әсәйем – бик аҙ һүҙле кеше. Минең һөйләгәнде тыныс ҡына тыңланы ла: “Борсолма, балаҡайым, ер йөҙөндә насар кешеләргә ҡарағанда яҡшылары күберәк”, – тине, мине тынысландырып.