Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
10 Март 2019, 04:00

Был осрашыуға һыуһағайны күңел

Кинйәбулат ауылының “Фәтиха” мәсетендә ҡатын-ҡыҙҙарҙы ололап, ҙурлап күркәм мәжлес ойошторолдо. Яулыҡ ябынған, матур-матур күлдәктәр кейгән, йөҙҙәренән нур, ҡот бөркөп торған апай-инәйҙәргә һоҡланмай ғына ҡарау мөмкин дә түгел ине был көндө.

Кинйәбулат ауылының “Фәтиха” мәсетендә ҡатын-ҡыҙҙарҙы ололап, ҙурлап күркәм мәжлес ойошторолдо. Яулыҡ ябынған, матур-матур күлдәктәр кейгән, йөҙҙәренән нур, ҡот бөркөп торған апай-инәйҙәргә һоҡланмай ғына ҡарау мөмкин дә түгел ине был көндө.

- 8 Март дини байрам булмаһа ла, ҡатын-ҡыҙға диндә ихтирам бик ҙур. Ож-мах – әсәйҙәрҙең аяҡ аҫтында тигән һүҙ ҙә юҡҡа әйтелмәгән. Бөгөнгө осрашыу ҡатын-ҡыҙҙарға хөрмәт йөҙөнән ойошто-ролдо. Барығыҙға ла һаулыҡ, ғаилә бәхете теләйбеҙ, иманлы булайыҡ, мәсеткә йөрөйөк, - тине имам-хатип Рифат хәҙрәт байрамға килеүселәрҙе сәләмләп.

Ҡатын-ҡыҙ – донъя тотҡаһы, тиҙәр. Из-гелек сығанағы, йәмғиәтебеҙ тәрбиәсеһе лә ул иманлы инәйҙәребеҙ. Кинйәбулатта күптән түгел ағинәйҙәр ҡоро ла ойошторолған. Уның етәксеһе Зөбәржәт Шаһиева әлеге көндә унда туғыҙ кешенең йөрөүен билдәләне.

- Маҡсатыбыҙ - йолаларыбыҙҙы, телебеҙҙе күтәреү, ауылыбыҙҙың ҡотон арттырыу. Йәш быуын менән тәрбиәүи саралар уҙғарыу, ололарҙың хәлдәрен белешеү – был йүнәлештә эшләргә лә уй-ниәттәребеҙ ҙур, – тине ул.


Тағы ла бер ваҡиға менән йәмле бул-ды осрашыу – мәсеттә шәкерттәргә дини ғилем биреүсе хөрмәтле Сәғирә Абдулла ҡыҙы Ғәйнетдинованы 65 йәшлек ғүмер байрамы менән тәбрикләнеләр. Ауылдаштарынан, үҙе уҡытҡан шәкерттәренән әллә күпме йылы һүҙҙәр ишетеү үҙе ҙур бәхет.

- Күңелдәребеҙгә изгелек орлоҡ-тары сәсеүсе, иман нурҙары һа-лыусы мөғәллимәбеҙгә иң йылы теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ. Тирә-яҡҡа йәм биреп, үҙенә тартып торған мәсетебеҙҙең ҡотон тағы ла арттырыу өсөн тырышыуы, бында килеүселәрҙе ҡолас йәйеп ҡаршы алыуы өсөн Хоҙайҙың уға мең-мең рәхмәте яуһын. Ҡыйынлыҡтарҙы еңеп сығырға ярҙам иткән фәһемле кәңәштәре, вәғәздәре беҙгә көс-ҡеүәт бирә, - тине әлеге көндә дини белем алыусы Рәүиә Сираева һәм үҙенең теләктәрен шиғыр юлдарына һалды:

Рәхмәтлебеҙ мөғәллимәбеҙгә,
Һәр эштә лә беҙгә ул өлгө.
Гүзәл ҡатын-ҡыҙ ҙа, әсәй-өләсәй ҙә,
Ағинәй ҙә изге күңелле.


Сәғирә Абдулла ҡыҙын әсәй булараҡ ҙурлап, ағинәйҙәрҙең күңелгә үтеп инерлек итеп йыр башҡарыуы ла сараны күркәмләне. Донъяны яҡшылыҡ ҡотҡарыр, тигән халыҡ. Бер-береңә йылы, иғтибарлы мөнәсәбәткә бер нәмә лә етмәй. Ошо изгелек нурҙарын кешеләрҙең күңеленә еткерә бе-леүсе, матурлыҡ өлә-шеүсе остаздары булыуы менән бәхетле бөгөн Кинйәбулат халҡы.


Сәғирә Абдулла ҡыҙы дини ғилем өләшһә, ире Рифат хәҙрәт - ошо мәсеттең имам-хатибы. Улар ҡулға-ҡул тотоношоп ауылға иман таратыу бурысын башҡара.


- Дингә Мәләүез ҡалаһында йәшәгән саҡта килдем. Улыбыҙ хәрби хеҙмәткә алынғас, Чеч-няға ебәрелергә тей-еш ине. Шул мәлдә уның иҫән-һау йөрөп ҡайтыуын теләп, саҙаҡа бирергә мәсеткә бар-ҙым. Мәсеттең имам-хатибы Минефәйез хәҙрәт Ҡөрьән уҡырға өйрәнеүсе ололар янына инеп тыңлап ултырырға кәңәш итте. Шулай итеп, мин дингә килдем, ул ваҡытта 40 йәшем дә тулмағайны. Уҡыған доғаларым ҡабул булды – улым Чечняға эләкмәне, диңгеҙ флотында матур итеп хеҙмәт итеп ҡайтты, - тип һөйләп алды Сәғирә абыстай иман юлына баҫҡан саҡтарын хәтерләп.


Башта өс йыл үҙе ғилем туплай, аҙаҡ инде Мәләүез мәсетендә иман юлына тартылыусы башҡа мосолмандарға дини белем бирә. Бынан 14 йыл элек тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтҡас та, ошо изге эште дауам итә.


- Ололарҙы хөрмәт итһәң, Аллаһы Тәғәләнең барлығына ышанһаң, шул ваҡытта юлың һәр ваҡыт асыҡ булыр, ти ине өләсәйем. Үҙе лә биш намаҙын ҡалдырманы, беҙгә лә бәләкәйҙән доғалар өйрәтте. Балаларҙы диндә тәрбиәләһәң, улар изгелекле, мәрхәмәтле булалар, - Сәғирә Абдулла ҡыҙының был һүҙҙәре һәр ғаилә өсөн фәһем.

Бер күрешеү үҙе бер ғүмер, тигәндәй, әлеге осрашыу һәр күңелгә йылылыҡ, иман өҫтәне. Доғалар уҡып, теләктәр теләү, үҙ-ара хәлдәрҙе белешеү – бөгөнгө көндә бындай сараларға һыуһағанбыҙ. Ауылдаштар араһын тағы ла нығыраҡ яҡынайтты мәсеттәге йыйылыш.




Фото: автор.


Читайте нас: