Ҡатын-ҡыҙ - ул донъялағы иң изге кеше, изге йән. Ул тормошобоҙ биҙәге, ир терәге. Беҙ, ир-егеттәр, ғаилә усағын һәм именлеген һаҡлаған әсәй- өләсәйҙәребеҙгә, ҡатындарыбыҙға, апай- һеңлеләребеҙгә, ҡыҙҙарыбыҙға, ғөмүмән, бар гүзәл зат вәкилдәренә сикһеҙ мөхәббәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Аллы-гөллө сәскәләр, маҡтау һүҙҙәре, ҡиммәтле бүләктәр ҙә аҙ һеҙгә! Беҙ һеҙҙе сикһеҙ яратабыҙ!