Өйләнешкәндә икебеҙгә лә 19-ар йәш ине, бер йәш араһы менән генә тыуған Иҙел һәм Урал улыбыҙ менән бергә үҫтек – атай-әсәй ҙә, ир менән ҡатын булараҡ та, - ғаиләһе хаҡында һөйләгәндә йөҙөнән нур, күңеленән моң ағылып торғандай Ләйсәндең. – Районда атай-әсәйемде күптәр белә, әсәйем Нәсимә Ғайса ҡыҙы - Этҡол ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы, әммә мин - күберәк Илдус ҡыҙы. Атайым данлыҡлы һунарсы, бәләкәйҙән ул ҡайҙа – мин шунда. Илдустың “малайы” тип юҡҡа әйтмәгәндәрҙер, ғаиләлә апайым да мин, атай-әсәйҙең ул теләүе холҡомда сағылған, күрәһең. Мәктәп тамамлар ваҡыт еткәс, ауылдан ситкә китеү, тыуған йорттан айырылыу уйы шул тиклем ауыр тойолдо – бер ҡайҙа ла бармайым, уҡымайым, һинең һымаҡ урман ҡыҙырып йәшәйем тип, бер килке атайға тиҫкәреләшеп тә алдым. Уның һабырлығы, оло йөрәге өсөн мин ныҡ рәхмәтле. Уҡымай буламы ни, БДУ-ның филология факультетын уңышлы тамамланым. Ә бына шул ике күҙе урман-да булған ҡырағай ҡыҙҙы Денис алыштырҙы ла ҡуйҙы. Ауылға олатаһы-өләсәһенә ялға ғына ҡайтып йөрөгән ҡала малайы миндә нимә тапты икән, тип аптырағайным тәүҙә...