Ваҡытының бер сәғәтен дә бушҡа әрәм итмәй.
Айтуған менән осрашып, аралашыу өсөн бихисап ваҡыт көтөргә тура килде. Йә имтихан бирә, йә көрәш күнекмәһенә киткән, йә ансамбль менән сығыш яһай, йә бөтөнләй ҡалала юҡ – Айғыр тауҙарына сәйәхәткә сыҡҡан... Шулай ҙа тырыша торғас, бер кис ваҡыт тапты егет. Уның менән аралашҡас иһә, ирекһеҙҙән: “Бына ниндәй икән бөгөнгө әүҙем йәштәребеҙ”, – тиергә мәжбүр булаһың.
Айтуған Байисламов – Ишембай районының Этҡол ауылы егете. Әле Башҡорт дәүләт медицина университетының икенсе курсында уҡып йөрөй. Ул – Өфөләге Ишембай районының йәш яҡташтар берлеге рәйесе. Тәү сиратта уның ошо эшмәкәрлеге ҡыҙыҡһындырҙы беҙҙе.
Ишембай студенттарынан торған ойошма былтыр октябрҙә булдырылған. Маҡсаттары – дуҫтарса аралашыу, яҡташтар менән танышыу һәм уларҙы йәмәғәт эшенә йәлеп итеү, яңы килгән студенттарға төрлө яҡлап ярҙам күрһәтеү. Был эште Ғүмәр ауылы ҡыҙы, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты студенты Әлфиә Ғайсина башлап ебәрә, ул тәүге рәйес тә була. Тик башҡа шөғөлдәре күп булыу сәбәпле, рәйеслекте Айтуғанға тапшыралар.
– Башҡа райондарҙың яҡташтар ойошмалары менән сағыштырғанда, беҙҙеке әлегә бигерәк йәш. Элегерәк тә уны ойоштороп ҡарағандар ул, тик төрлө сәбәптән был хәрәкәт һүнеп ҡалған. Әле, шөкөр, уны тергеҙеп һәм берләшеп, дәррәү эш башланыҡ, – ти Айтуған.
Ойошторолоуға күп ваҡыт үтмәһә лә, әүҙемлектәре бик юғары икән уларҙың. Өфөлә һәм Ишембайҙа үткәрелгән барлыҡ мөһим сараларҙың, башҡорт форумдарының, дебаттарҙың береһен дә ҡалдырмаҫҡа тырышалар. Былтыр, ассоциацияға берләшмәгән булһалар ҙа, йәш лидерҙар форумы “YouLead 2018”, “Аҫылташ Х”, “Урал мираҫы” кеүек проекттарҙа район вәкилдәре булараҡ ҡатнашҡандар. Төрлө интеллектуаль бәйгеләрҙән, спорт ярыштарынан, яҡташтар осрашыуҙарынан да ситтә ҡалмай ойошма ағзалары. Мәҫәлән, Республика көнөнә арналған “Минең республикам” квест-уйынында ун команда араһында еңеү яулағандар. Шулай уҡ “Һинең өсөн Башҡортостан нимә?” тип аталған видеоролик төшөргәндәр. Һанай башлаһаң, бик күп ундай уңышлы проекттар.
Йәштәрҙең күпселеге Өфөлә уҡып йөрөһә лә, Ишембай ҡалаһы һәм тыуған ауылдары менән бәйләнештәрен өҙмәй. Һәр кем үҙенең ауылында, мәктәбендә саралар ойошторорға тырыша, сығарылыш класс уҡыусыларына вуздарға уҡырға инеү буйынса кәңәштәр бирә, уларҙы яҡташтар ойошмаһына әленән үк йәлеп итеү мөмкинлектәрен эҙләй. Айырыуса Ишембайҙағы Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се республика гимназияһы менән бәйләнештәре ныҡлы яҡташтарҙың. Яҙ башында унда ҙур мәғариф форумы үткәрергә, абруйлы сығыш яһаусы ҡунаҡтарҙы саҡырырға йыйыналар, унда үҙҙәре, студент отрядтары вәкилдәре лә ҡатнашасаҡ.
Ишембай тип белеп торһондар
Ойошманың төп составында 10-15 кеше эшләй. Һәр кем үҙенең йүнәлеше буйынса яуап бирә, үҙ эшен башҡара. Ә дөйөм алғанда 60-70-ләп кеше бар. Ҙурыраҡ саралар ойошторолһа, уларҙың барыһы ла йәлеп ителә.
– Беҙҙең яҡташтар ойошмаһында барлыҡ төп вуздарҙан да студенттар иҫәпләнә, шулай уҡ ҡайһы бер колледждарҙан да бар. Һәр ерҙәге кеүек үк, беҙҙә лә иң әүҙеме – ҡыҙҙар. Егеттәр әҙерәк тә, һүлпәнерәк тә, – тип йылмая ул.
Айтуған бер нисә әүҙем ағзаларын да билдәләне. Мәҫәлән, Сәлих ауылы егете Ислам Төхвәтуллин М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында уҡый. Күптән түгел генә Башҡортостан Башлығы стипендияһына лайыҡ булған, “Урал батыр” эпосын яттан һөйләү бәйгеһендә Гран-при яулаған, шулай уҡ яңыраҡ башҡорт вайндары (ҡыҫҡа видеояҙмалар) төшөрөү өсөн тағы бер грант отҡан. “Теләһә ниндәй урыҫ, ҡаҙаҡ телдәрендәге һүгенеү ҡатыш видео ҡарап ултырғансы, үҙебеҙсә башҡортса, ҡыҙыҡлы һәм фәһемле роликтар төшөрә ул”, – ти Айтуған.
Хәҙер йәштәр араһында башҡорт дебаттарында ҡатнашыу “модаға” ингән икән. Был йүнәлеште лә ситтә ҡалдырмай яҡташтар ойошмаһы ағзалары. Айтуған әйтеүенсә, Ишембайҙан уҡыусылар ҙа әүҙем ҡатнаша унда. Был дебаттар һәр районда үткәрелә, унда еңгәндәр Өфөгә төп этапҡа килә. Быйыл финал уйынында Ишембай ҡыҙҙары Гөлсәсәк Шәрипова менән Гөлназ Ильясова еңеп сыҡҡан. Әйткәндәй, Гөлсәсәк башҡорт теле буйынса республика олимпиадаһында ла еңеү яулаған. Һүҙ юҡ, был ҡыҙҙар, гимназияны тамамлап, Өфөгә уҡырға килгәс, ойошманың иң сағыу ағзаларына әйләнәсәк.
Берлек тураһында әңгәмә ҡорған мәлдә, Айтуған үҙ фекерҙәре менән дә уртаҡлашты.
– Яҡташлыҡ көслө булған райондарҙан өлгө алырға кәрәк беҙгә. Төп маҡсатыбыҙ – берҙәмлек. Ишембайҙарға ярҙам итеү, бер-беребеҙҙе күтәреү кәрәк, беҙҙе әллә ҡайҙан белеп, танып торһондар, ғорурланһындар. Төрлө юғары вазифаларҙа үҙебеҙҙең яҡ кешеләре эшләй икән, буласаҡ йәш белгестәргә лә файҙалы бит ул. Мәҫәлән, баш ҡалалағы дауаханала яҡташыбыҙ баш табип булһа, ул барыбер йәштәрҙе тартасаҡ, ярҙам күрһәтәсәк, тип ышанам. Әлбиттә, тәүҙә эшенә, дипломына ҡараясаҡ, быныһы бәхәсһеҙ, – ти ул.
Шулай уҡ районды нығыраҡ, киңерәк танытыуҙы ла үҙҙәренең маҡсаты итеп күрә йәштәр. “Юҡһа, Ишембай тиһәң, күптәрҙең күҙ алдына йә Торатау, йә “нәски” килә. Ә бит беҙ – башҡорт нефтенә нигеҙ һалған район, бөтә ил кимәлендә үҙенсәлекле һаналған “Витязь” тигән предприятиеһы эшләй. Күпме данлыҡлы шәхес сыҡҡан Юрматы ырыуынан. Ниндәй бай тарихыбыҙ бар”, – ти Айтуған Байисламов.
Буласаҡ хирургка спорт ярҙам итә
Әйткәндәй, егет – спортсы ла. Рәйес итеп һайланғансы, ул спорт секторы өсөн яуаплы булған. Үҙе бәләкәйҙән көрәш менән шөғөлләнә, X класҡа тиклем барлыҡ район бәйгеләрендә, һабантуйҙа гел гран-при яулап килгән. Әммә XI класта Берҙәм дәүләт имтиханы бирергә, юғары уҡыу йортона инергә әҙерләнергә, ә инде беренсе курста ныҡлап уҡырға кәрәк булғанлыҡтан, көрәште туҡтатып торорға мәжбүр була. “Хәҙер яңынан шөғөлләнә башланым. Беренсенән, ул һаулыҡ өсөн бик кәрәк һәм файҙалы, икенсенән, спорттың ошо милли төрөн популярлаштырырға ярҙам итәм”, – ти ул.
Үҙенең тыуған ауылында даими рәүештә спорт ярыштары ойоштора егет. Яңыраҡ ҡына футбол буйынса бәйге үткән, көрәш ярыштары ла ситтә ҡалмай.
Айтуған Сәлим улы бик ҡатмарлы һәм ныҡлап уҡыуҙы талап иткән һөнәр һайлаған, ул – буласаҡ хирург. Әле яҡшы билдәләргә генә уҡый. Бынан тыш, университеттың “Сәләм” ансамблендә йырлай, уларҙың хор коллективы төрлө республика кимәлендәге сараларҙа ҡатнаша. Яҡташтар ойошмаһында рәйеслек эше лә күп ваҡытын ала. “Нисек барыһына ла өлгөрәһең?” – тип һорайым, аптырағас. Айтуғандың яуабы аныҡ:
– Тырышһаң, барыһына ла өлгөрөп була. Ваҡытымдың бер сәғәтен дә бушҡа әрәм иткем килмәй. Һеҙ шуны һиҙҙегеҙме? Республикаға етәксе булып дәртле, һәр ергә лә өлгөргән шәхес килде. Башлыҡ шундай булғас, бөтә өлкәлә лә йәнлелек һиҙелә, кешеләр ҙә әүҙемерәк булып китте.
Мин дә уҡыуҙы тамамлап, тәжрибә туплағас, баш табип дәрәжәһенә етеп, шундай уҡ өлгөлө етәксе булырға теләйем.