"Әхирәттәр" клубы ағзалары менән һөйләшеү өсөн Этҡол врач амбулаторияһынан участка шәфҡәт туташы Г.Г. Хәйруллина килде. Ул үҙенең сығышында пенсия йәшендәге ҡатын-ҡыҙҙарҙың туҡланыуы, йәшәү рәүеше тураһында һөйләне. Нисек һаулыҡты юғалтмай йәшәргә кәңәш биргән видеояҙмалар ҡараныҡ.