Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
2 Март 2019, 04:00

Балалар күңелен үҫтергән осрашыу

Шаршамбы көн Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың ҡатыны Каринэ Хәбирова һәм танылған опера йырсыһы Асҡар Абдразаҡовтың ҡатыны Наталья Абдразаҡова мәрхәмәтлек сәфәре менән Ишембайҙа булды.

Шаршамбы көн Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың ҡатыны Каринэ Хәбирова һәм танылған опера йырсыһы Асҡар Абдразаҡовтың ҡатыны Наталья Абдразаҡова мәрхәмәтлек сәфәре менән Ишембайҙа булды.


Тәүге туҡталыш - Мәҙәниәт һарайы

Әйтергә кәрәк, яҙмыш һынауына дусар булған бала-лар менән осрашыуҙарҙы Каринэ Владимировна тор-мош иптәше Башҡортостанда эш башлау менән үҙенең ҡулынан килгән, йөрәге ҡушҡан эштәр рәтенә ҡуйҙы. Мәрхәмәтлелек концерттары, ирекмәндәр менән берлектә сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн төрлө саралар, балалар йорттары менән яҡындан танышыу – ҙур хис-тойғолар ғына тыуҙырып ҡалмай, ә ысынбарлыҡта иғтибар, ярҙам ойоштороуға булышлыҡ итә бындай эшмәкәрлек.


Ишембайға бер нисә маҡсат менән килгәйне йәмәғәт эштәре уртаһында ҡайнаусы ханымдар. Ҡала Мәҙәниәт һарайы мөмкинлектәрен баһалау, сағыу ижади коллективтарыбыҙ менән танышыу шуның береһе булды. Май айында беҙҙә донъяға танылған Мариинка театры сығышы көтөлә, ә бының өсөн, әлбиттә, тама-ша залының да, сәхнәнең дә күп кенә техник талаптарға яуап биреүе кәрәк. Район хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Азамат Абдрахманов бындай коллективты ҡабул итеү ҙур ҡалалар өсөн дә оло мәртәбә, тарихи ваҡиға булыуын, шуға коллективты лайыҡлы ҡаршылау кәрәклеген әйтте. Ҡунаҡтар “Берғамыт” муниципаль халыҡ бейеүҙәре ансамбле сығышын, “Рябинушка”ның дәртле йырын, республика сәхнә йондоҙо булған Рәфис Ишбаев башҡарыуында “Ҡышҡы романс”ты һоҡланып ҡабул итте. Башҡа коллективтарҙың репетиция мәлен тап итеп, унда шөғөлләнеүсе балалар менән ихлас аралашыуға, иҫтәлеккә фотоға төшөүгә лә ваҡыт бүлделәр.



Пицца ла бешерҙеләр, һүрәт тә төшөрҙөләр

Мәҙәниәт бүлеге белгестәре менән эшлекле аралашыуҙан һуң Каринэ Хәбирова һәм Наталья Абдразаҡова Петровск балалар йортона юлланды.


- Беҙҙә ҡунаҡтарҙы яраталар, тәүҙә аралашыуға ауыр барған балалар ҙа тора-бара асыла, сөнки ихласлыҡ, иғтибар, ысын күңелдән бирелгән күстәнәс-бүләктәр күңелдәрен йомшарта, - тип ҡаршыланы балалар йорто директоры Рөстәм Мирасов. Эйе, ҡунаҡтар бында йыш булып тора. Әммә бөгөнгөләре ише, үҙҙәренән ҙурыраҡ мейес күтәреп ингәндәре, булмағандыр! Аптырарға кәрәкмәй, балалар менән осрашыуға Өфөлә пиццалары менән танылған итальянец Каппиелло Элио ла килгәйне. Каринэ менән Натальяның, ҡыҙҙар-малайҙар өсөн пицца бешереү буйынса оҫталыҡ дәресе үткәрмәҫһегеҙме, тигән тәҡдимен ихласлап ҡабул иткән ағайҙарынан күпме яңы нәмәгә өйрәнде балалар! Пиццаның тиҫтәгә яҡын төрөн бергәләп әҙерләнеләр, рәхәтләнеп ауыҙ иттеләр. Юҡҡа ғына үҙ мейесе менән йөрөмәй икән оҫта – унда ике минут тигәндә төрлөһө бешеп өлгөрөп тора.


- Беҙ ҙә өйҙә пиццаны йыш бешерәбеҙ, әммә һуңғы ваҡыт ҡамырҙы күберәк һатып алырға тура килә, ваҡытым әҙерәк, - тине Каринэ Владимировна ҡыҙыҡһыныусан балаларҙың һорауына. – Помидор, колбаса, сыр – эслеген әллә ни ҡатмарлы итмәйбеҙ. Һеҙ бында күп нәмәләргә өйрәнәһегеҙ икән, ҡамырға ла ҡурҡмай йә-бештегеҙ.


Ысынлап та, Петровск балалар йортон-да йәшәү, һәләтеңде үҫтереү өсөн заман-са шарттар бар, бында тәрбиәләнеүселәр элек-электән төрлө спортта алдынғылыҡты бирмәй, стенала-рын кубок, миҙалдар, төрлө йүнәлештәге ҡа-ҙаныштары өсөн гра-моталар, һоҡланғыс ҡул эштәре биҙәй.


- Каринэ Владимировна, ошо осорҙа ғына бер нисә балалар йортонда булып өлгөрҙөгөҙ, һеҙҙеңсә, бындай тәрбиә учреждениеларында нимәләр етмәй, балалар нимәгә мохтаж? – республика телевидениеһы журналисы һорауына ла яуапты оҙаҡ эҙләмәне үҙе ике бала әсәһе булған Каринэ Хәбирова.


- Бындағы ише йорттарҙа йәшәүсе балаларға нимә етмәүен барыбыҙ ҙа аңлап торабыҙ. Атай-әсәй йылыһы, тыуған йорт тойғоһо. Петровск балалар йорто коллективының тырышлығы, тәрбиәселәренең күңел биреп эшләүе күҙҙәре янып торған, ҡыҙыҡһыныусан балаларҙа күренә. Әммә барыһын да биреп еткереп булмай. Шуға ла беҙ бындай осрашыуҙарҙы мөмкин тиклем йөкмәткеле итергә, балалар файҙалы нәмәләргә өйрәнеп ҡалһын, күңелдәре булһын, тип тырышабыҙ, - тине ул.


Балалар һәләттәрен шулай уҡ Өфө ҡунаҡтары килтергән тағы бер оҫталыҡ дәресендә – арт-терапияға ҡоролған рәсем төшөрөүҙә лә күрһәтә алды. Яҡташыбыҙ, билдәле дизайнер, рәссам Раушания Бәҙретдинова өсөн дә мәрхәмәтлелек саралары – күңел талабы.


- Үҙеңдең ҡурҡыуыңды, асыуыңды һүрәт аша “бирергә” була. Өлкәнерәктәр тиҙ генә асылып китә алмай, ә бына бәләкәйҙәр рәхәтләнеп үҙҙәрен борсоғанын төшөрҙө. Улар менән тәжрибәле психолог эшләне, һүрәт – һүрәт кенә түгел икәнен барыбыҙ ҙа аңлай, - тине изгелектең үҙеңә, балаларыңа ҡайтыу көсөн тәрән аңлаған ижадсы.


Йылылыҡ, ихласлыҡ өләште ҡунаҡтар

Уҙған йыл илле йыллығын билдәләгән бай тарихлы Пе-тровск балалар йортонда әлеге көндә мәктәп йәшендәге 23 бала тәрбиәләнә – 15 малай һәм 8 ҡыҙ. Уларҙың тик өсәүһе генә үкһеҙ йәтим. Директор урынбаҫары, бында бик күп йылдар эшләп, яҙмыштарҙың төрлөһөн күреүсе Елена Мишакова әйтеүенсә, бәләкәстәрҙе берәм-берәм ғаиләгә алып торалар, өлкәнерәктәрен урынлаштырыу ғына ҡатмарлыраҡ. Балалар 7-8 кешенән торған төркөмдәргә бүленеп, бер ғаилә кеүек тормош рәүешен алып бара. Һәр төркөмдөң үҙ ашхана бүлмәһе бар, ашарға йәмле итеп ултыртыу, һауыт-һаба, иҙән йыуыу – барыһына ла эшкинәләр.


Ҡунаҡтарға балалар үҙҙәренең бүлмәләрен күрһәтте, ҡыҙҙар төрлө техника ҡулланып сигелгән, тегелгән әйберҙәре менән һоҡландырҙы. Спорт эшен, хеҙмәт дәрестәрен алып барыусылар бөгөн балалар йортонда был йүнәлештә тағы нимәләр эшләп бу-лыуы хаҡында уртаҡлашты.


Осрашыу аҙағында балаларҙы һәм ҡунаҡтарҙы тамаша залының буйынан-буйына һуҙылған йәмле табын көтә ине. Тәмлекәстәрҙең төрлөһөн килтерергә тырышҡан апайҙары! Тартынмай аралашып, әле бер, әле икенсе тортты тәмләгән балаларҙы күреү шатлыҡлы ине. Эйе, ҡунаҡтар килә лә китә, әммә уларҙан һуң ҡалған йылылыҡ, ихласлыҡ ҡиммәт.


Каринэ Хәбирова балалар менән хушлашҡандан һуң Радий Фәрит улының йомошон үтәргә лә онотманы – юл ыңғайы Петровск участка дауаханаһына кереп, уның реконструкция планы менән дә танышты.




Фото: автор.

Читайте нас: