Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
1 Март 2019, 04:00

Хеҙмәте юғары баһаланды

Шишәмбе Ишембай районы муниципаль районы Советының 29-сы ултырышы үтте.

Шишәмбе Ишембай районы муниципаль районы Советының 29-сы ултырышы үтте.


Ишембай муниципаль районы Советы рәйесе Олег Агафонов иң элек Совет тарафынан былтыр башҡарылған эштәргә йомғаҡ яһаны. Халыҡ менән эшләү – депутаттар алып барған төп саралар рәтендә булыуын күҙ уңында тотоп, граждандарҙы ҡабул итеү, халыҡ мөрәжәғәттәрен тикшереү һәм уларҙы хәл итеү мәсьәләләренә туҡталды. Был-тыр депутаттар тарафынан шәхси ҡабул итеүгә 241 гражданин килһә, барлығы 526 мөрәжәғәт тикшерелгән. Халыҡты борсоған һорауҙар рәтендә – торлаҡ-коммуналь хужалығы, юлдарҙы ремонт-лау, урамдарҙы һәм ихаталарҙы төҙөкләндереү, мәшғүллеккә ҡағылғандары күпселекте тәшкил итә. Олег Михайлович алда ҙур ваҡиға - Башҡортостан Республикаһы Башлығын, муници-паль райондың ауыл биләмәләре вәкәләтле органдары депутаттарын һайлау тороуын билдәләп, был мөһим сараны ла уңышлы башҡарыуға ышанысын белдерҙе.


Район хакимиәте башлығы Марат Ғайсин үҙенең сығышында райондың социаль-иҡтисади үҫеш һөҙөмтәләре тураһында һөйләне. Төрлө тармаҡ буйынса өлгәшелгән уңыштарға ентекле байҡау яһаны.


Ултырышта депутаттар йәнә бер мөһим һорауҙы ҡараны. Ишембай районы хакимиәте башлығы Марат Ғайсиндың ғаризаһына ярашлы, уның вәкәләтен ваҡытынан алда туҡтатыу тураһында ҡарар ҡабул ителде. Был вазифаны ваҡытлыса башҡарыу бурысы Азамат Абдрахмановҡа йөкмәтелде. Депутаттар муниципаль район хакимиәте башлығы вазифаһын үтәүгә конкурс уҙғарыу тураһында ла ҡарар ҡабул итте.


10 йылдан ашыу ғүмерен Ишембайҙы күтәреүгә, төҙөкләндереүгә арнаған Марат Хөсәйен улын де-путаттар ҙур хөрмәт менән оҙатты. Башҡортостан Республикаһы Башлығы хакимиәтенең муниципаль берәмектәр менән бәйләнеш буйынса идаралыҡ начальнигы Григорий Букреев, Ишембай районының төрлө тармаҡ буйын-са ыңғай һөҙөмтәләргә өлгәшеүендә Марат Хөсәйен улының өлөшө ҙур булыуын билдәләп, уны Башҡортостан Республикаһының Маҡтау грамотаһы менән бүләкләне.


Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Әмир Ишемғолов та Марат Ғайсиндың район үҫешенә ҙур тырышлыҡ һалыуын иғтибарға алды, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың Почет грамотаһын тапшырып, хакимиәт башлығының хеҙмәтен ҙурланы.


- Һуңғы 10 йыл эсендә Ишембайҙың йөҙө үҙгәрҙе, матурланды. Яңы скверҙар, парктар, спорт объекттары барлыҡҡа килде, - тип Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Александр Работяев та ҡалабыҙҙың яңы төҫ алыуын билдәләне.


Олег Агафонов тарафынан тапшырылған район хакимиәтенең Маҡтау грамотаһы ла ишембайҙарҙың хөрмәт, рәхмәт билдәһе булды.

Марат Ғайсин район һәм ҡалала өлгәшелгән ҡаҙаныштарҙың берлектә яуланған уңыш икәнлеген әйтеп, Ишембайҙың һәр ваҡыт та алдынғылыҡта булыуын теләне.


Ысынлап та, Марат Хөсәйен улы етәкселек иткән йылдарҙа ҡала һәм ауылдарҙа башҡарылған эштәр, төҙөлгән объекттар Ишембайҙың күркәм өлөшөнә әүерелде һәм киләсәктә лә улар халыҡтың яратҡан урыны булып ҡалыр.



РЕДАКЦИЯНАН. “Торатау” гәзите редакцияһы коллективы бөтә гәзит уҡыусылар исеменән Марат Хөсәйен улы ҒАЙСИНды матур ғүмер байрамы – юбилейы менән ихлас ҡотлай. Уға ныҡлы һаулыҡ, артабанғы хеҙмәт юлында уңыштар, бәхетле оҙон ғүмер теләй.





Фото: автор.


Читайте нас: