Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
28 Февраль 2019, 04:00

Тормошто яратһаң, ул да һине яратыр, -ти Смаҡай ауылынан 80 йәшлек Баныу Мәхмүтова

Асыҡ сырайлы, мөләйем йөҙлө был инәй менән танышып, һөйләшеп киткәс, уның һигеҙ тиҫтә йәшкә аяҡ баҫыуына хатта ғәжәпләндек тә. Йәштән ауыр эштәрҙә хеҙмәт иткән инәй-олатайҙар йәшәү тәмен, тормош ҡәҙерен нығыраҡ тоя һымаҡ. Шуға олоғайһалар ҙа уларҙан йәшәүгә көс-дәрт һәр саҡ бөркөлөп тора.

Асыҡ сырайлы, мөләйем йөҙлө был инәй менән танышып, һөйләшеп киткәс, уның һигеҙ тиҫтә йәшкә аяҡ баҫыуына хатта ғәжәпләндек тә. Йәштән ауыр эштәрҙә хеҙмәт иткән инәй-олатайҙар йәшәү тәмен, тормош ҡәҙерен нығыраҡ тоя һымаҡ. Шуға олоғайһалар ҙа уларҙан йәшәүгә көс-дәрт һәр саҡ бөркөлөп тора.


Балалыҡ, мәктәп йылдарынан һуң 17 йәшлек кенә сағында Баныу Солтан ҡыҙы Ишембай ҡалаһындағы төҙөлөш ойошмаһында ташсы булып эш башлай.


- Бик ныҡ эшләгем килде. Коллективта оло-оло ағайҙар араһында бер үҙем инем. Белмәгәнемде улар өйрәтте, тырышҡас, хөрмәт иттеләр. Ҡалалағы байтаҡ ҡына биналарҙы һалыуҙа ҡатнаштым. Тәүгеһе 81-се кварталдағы мунса булды, шулай уҡ 10-сы мәктәп, ҡала мәҙәниәт һарайы, уның ҡаршыһында Ленин проспектындағы ике ҡатлы йорттар... Улар эргәһенән үткәндә әле лә йәшлек йылдарым хәтергә төшә, - тине әңгәмәсем хеҙмәт башлаған осорон хәтерләп.


Йәш кенә ҡыҙға төҙөлөштә эшләүе еңелдән булмай, ләкин “ауыр” тип бер ҡасан да әйтмәй. Кәрәк саҡта йәкшәмбе көндәрендә лә эшкә сығырға тура килә.


- Төҙөлөш өсөн иҙмә килтерелгән икән, ул бөтмәй тороп, эште ташлап китеү юҡ, ки-ске 9-10-дарға саҡлы ла эшләнек, - Баныу Мәхмүтованың был һүҙҙәрендә эшкә ҡарата яуаплылыҡ та, сабырлыҡ та сағыла.


Ләкин уйламағанда кейәүгә сығып китеүе, ҡыҙҙың тормошон, хатта һөнәрен дә үҙгәртеп ебәрә.

- Бер саҡ эштән ҡайтып инһәм, мул ризыҡтар менән тулы өҫтәл әҙерләнгән, Әмирхан олатайым менән Вазифа өләсәйем дә килгән. Ике ят ир-егет ултырыуына ла иғтибар иттем. Аптырап әсәйемдән нимәгә йыйылыуҙарын һораным. “Атайың һине кейәүгә бирә, олатайың никах уҡыны”, - тигән яуапты ишеттем. Элек ата-әсәй һүҙенән сыҡманыҡ. Улар нимә әйтһә, тыңланыҡ. Мин дә риза булдым һәм бер ҡасан да үкенмәнем. Ата-әсәйемдең: “Кейәүгә һүҙ әйтмә – телең ҡорор, ҡул күтәрмә – ҡулың ҡорор” тигән нәсихәтен бер ҡасан да иҫтән сығарманым. Уларҙың һүҙен тыңланым, матур йәшәнек, - тине Баныу инәй.

Балаһын белгән кешегә кейәүгә биреү йәки өйләндереү – борондан ҡалған йола. Тормош күргән ата-әсәй, олатай-өләсәй фатихаһы менән башҡарылған эш хәйерле була. Быны беҙ Баныу инәй миҫалында ла күрәбеҙ. Улар 30 йыл татыу ғүмер итә, өс бала үҫтерә. Бары ғаилә башлығы ғына, ауырып, был донъяларҙан иртә китеп бара.

Әсәһенең тормошта һабаҡ биргән тағы ла бер ваҡиғаны ла һөйләп ишеттерҙе Баныу инәй:

- Кейәүгә сыҡҡас, тәүҙә Кинйәкәйҙә йәшәнек. Ирем колхоз председателе ине, көнө буйы эштә. Мин тәүге осорҙа эшләмәнем. Бер үҙемә өйҙә күңелһеҙ булғандыр инде, төшөнкөлөккә бирелеп киткәнмендер, шулай бер мәл ата-әсәйем янына ҡайттым да ҡабат Кинйәкәйгә китергә теләр-теләмәҫ кенә ултырам. Шул саҡта әсәйемдең ҡулына сыбыҡ алып, бер-ике һыҙырыуы етте, ирем эргәһенә йүгереп ҡайтып киткәнемде һиҙмәй ҙә ҡалдым. Өйгә килеп инһәм, ирем эштән ҡайтҡан, гармун уйнап ултыра. Уны күргәс, күңелем тулып китте. Йүгереп барып ҡосаҡлап алдым. Шунда уның ни тиклем яҡын, ҡәҙерле кеше икәнлеген аңланым...


Йәштәр бер-береһенән һыуынмаһын, бер бөтөн булып йәшәһен өсөн үҙ мәлендә кәрәкле һабаҡ биргән әсәһенә һоҡланмау мөмкин түгел.

Һуңынан йәш ҡатын Скворчиха магазинына һатыусы булып урынлаша. Донъя үҙ яйы менән аға. Ғаилә Смаҡайға күсенеп килә. Өйрәнгән эшен дауам итеп, Баныу Солтан ҡыҙы бында ла һатыусылыҡҡа тотона.


- Һәр ваҡыт эш яраттым. Иртәнсәк эшкә киткәнсе балаларҙы ла, мал-тыуарҙы ла ҡарап өлгөрәбеҙ, кисен ҡайтһаң, йәнә көндәлек мәшәҡәттәр көтөп тора. Йәйен эштән һуң бесән әҙерләргә сығып китә инек. Һис ҡасан эштән ҡурҡманым, шунан үҙемә ләззәт ала инем, - ти 48 йыл хеҙмәт стажы булған, хатта хаҡлы ялға сыҡҡас та оҙаҡ йыл-дар эштән айырылмаған Баныу Мәхмүтова.

“Хәрәкәттә – бәрәкәт” тигән мәҡәлгә лә ғүмер буйы тоғро ҡала инәй. Һаулыҡтың нигеҙе хәрәкәткә бәйле булыуын аңлап, йәштән үк буш ваҡытында йүгерергә яра-та, олоғайғас ҡына, һуңғы 2-3 йыл тирәһе генә был шөғөлөн туҡтата. Баныу Солтан ҡыҙының оҙаҡ йәшәүенең, асыҡ, йәш сырай-лы булыуының сере – тормошто, кешеләрҙе яратыуына ла бәйлелер.

- Атайымдың: “Йығылһаң да, йығылдым, тимә, йығыла яҙҙым, тип әйт”, тигән һүҙҙәре мине ғүмер буйы ауырлыҡтарға бирешмәҫкә өндәне. Шуға бер ҡасан да зарланманым. Тормошто яратһаң, ул да һине ярата. Үҙемде әле лә оло тип тоймайым. Йәшәгән һайын йәшәге килә, - тип ихлас йылмая юбиляр.


Был донъя беҙҙе һынау өсөн яралтҡан һымаҡ. Баныу инәйҙең дә улы мәрхүм булып, әсә йөрәгенә төҙәлмәҫлек яра һалған. Шулай ҙа бөгөнгө көндә ул, ҡыҙҙарының хәстәрен тойоп, булғанына шөкөр ҡылып ғүмер итә.

Сабыр ҙа, көслө лә, йәшәү ҡәҙерен белгән был быуын – йәштәр өсөн өлгө сығанағы. Һеҙҙең күңел көрлөгө тағы ла оҙаҡ йылдарға етһен, Баныу инәй!




Фото: автор.


Читайте нас: