Бер класташым да (күрше ҡаланан) пенсияға сыҡҡас, шул эш буй-ынса “семейный подрядҡа” күсеп, ҡатыны, улы менән өсәүләп бер-бер артлы һәләк булдылар. Мин бер кис алдан шылтыратып, иртән юбилейы менән ҡотларға тип барғайным, ишекте асмайҙар. Аптырап, күршеһенән тышҡы ишекте астырып, подъезға инеп, туҡылдаттым-туҡылдаттым, юҡ. “Улар асмай ул, өсәүләп бикләнеп бер нисә көн эсәләр”, – тине күршеләре. Миңә шок булды. Өҫтәүенә, Стәрленән тағы бер-ике дуҫыбыҙға килергә ҡушҡайным. Башты эйеп, әйләнеп ҡайтып киттек инде... Икеһе лә юғары белемле ине, класташым гел етәксе вазифаһын башҡарҙы, ҡатыны колледжда уҡытты, улы шофер ине. Башта ҡатыны үлде, уянмай, унан улы, ир һуңыраҡ, ләкин аҙаҡҡа саҡлы эсеүҙе туҡтатмаған, шул килеш, өйҙә бер үҙе булғанда теге донъяға күскән. Ләхеткә аяҡ- ҡулдарын да турайта алмайынса һалдылар. Шул тиклем аҡыллы, шаян, башҡа ауылда уҡығанда беҙҙе һаҡлап, ҡурсалап йөрөүсе балалыҡ дуҫыбыҙҙы был хәлдә күреүе ҡыйын булды. Эсеп үлгән кешенең төҫө лә ҡара, шомло була бит.