Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
27 Февраль 2019, 04:00

Бәхет башы - күркәм холоҡ

Шул тиклем тиҙ үҙгәреүсән заманда йәшәйбеҙ. Быны мин яҡын танышымдың йәшәү рәүешенә ҡарап ҡына ла әйтә алам.

Шул тиклем тиҙ үҙгәреүсән заманда йәшәйбеҙ. Быны мин яҡын танышымдың йәшәү рәүешенә ҡарап ҡына ла әйтә алам.

Ул бер күргәндә ҡытайҙарҙың фэн-шуйы менән ныҡ мауығып, бөтә йәшәү рәүешен шуға ярашлы ҡорғайны. Арауыҡ һәм энергия менән идара итеү техникаһы тураһында ниндәй генә китап уҡыманы. Өйөндәге йыһаздарҙы шылдырып йөрөтөп, ватып бөттө тиһәң дә, хата булмаҫ, моғайын. Бүлмәләрен төрлө һындар, фигуралар, һүрәттәр менән тултырҙы.

Ҡытай фэн-шуйы менән ҡыҙығыуына ике-өс йыл үтеүгә боронғо һиндтарҙың төҙөлөш, архитектура һәм биналарҙағы энергияны дөрөҫ бүлеү тураһында Васту тип аталған фәне менән ҡыҙыҡһына башланы. Төҫтәрҙең, еҫтәрҙең кешегә йоғонтоһо тураһында китаптар уҡыны.

-Боронғо һиндтарҙың фэн-шуйы буйынса йәшәргә кәрәк. Шулай иткәндә физик көс, бөтә яҡлап ҡот, байлыҡ килә. Бының өсөн, иң беренсе, йортоңдо, эшләгән урыныңды таҙартырға кәрәк, - тип, әллә нисә төрлө еҫле майын, шәмен, ҡыңғырауҙарын тәҡдим итергә лә иренмәй торғайны.

Тик шуныһы ҡыҙғаныс: уның тормошо алға бармаған кеүек ине. Хәләл ефете тотороҡло ғына бер ҡайҙа ла эшләмәне. Балалары ла бер-бер артлы әсәләренә мәшәҡәт өҫтәп торҙо.

Күптән түгел уны урамда осратып ҡыуандым. Әллә ҡайҙан ҡоласын йәйеп килә:

-Хәҙер фэн-шуй әйберҙәрен тәҡдим итә башлар инде, тип ҡурҡып киләһеңме, - ти ул рәхәтләнеп көлөп. Әйтмәһә лә, күренеп тора: ҡатын бөгөнгө тормошо менән бик ҡәнәғәт.

-Сит халыҡтың йолаларын тотоп, талисмандарын, китаптарын һатып алып, нисәмә йылдар шуларҙы байытып ятҡанмын икән, - ти ул. - Үҙебеҙҙең халыҡтың да матур, етеш, сәләмәт йәшәү өсөн тормош ҡағиҙәләре бар бит. Фэн-шуйҙы ташлап, үҙебеҙҙең динебеҙ ҡушҡанса йәшәй башлауым булды - бөтәһе лә урынына ултырҙы. Иң мөһиме - күңел тыныслығы таптым. Әгәр ҙә йөрәк тыныс түгел икән, кешегә бер ниндәй ҙә бетеү ярҙам итмәй. Шуға күрә хәҙер бөтәһенә лә күңелегеҙҙе насар уйҙарҙан таҙартығыҙ, яҡшыға ынтылығыҙ, камиллашығыҙ, шул ваҡытта ыңғай үҙгәрештәргә өлгәшерһегеҙ, тим, - ти ҡатын.

Эйе, танышым дөрөҫ фекергә килгән. Һуңғы осорҙа ҡытай, япон, һиндтарҙыҡына иҫебеҙ китеп, халҡыбыҙҙың борондан килгән йәшәйеш тәртибен онотоп барабыҙ. Тик беҙҙең “фэн-шуй”ыбыҙ ҡытайҙыҡы кеүек аҡса теләп ултырған тәлмәрйен, ялтас башлы, ҡорһаҡлы ҡарт, емеш-еләкле һүрәттәр йәки һиндтарҙыҡы кеүек еҫле шәм, эфир майҙары, тауис ҡауырһыны кеүек матди әйберҙәргә бәйле түгел. Улар күберәк тыйыуҙар, ғөрөф-ғәҙәт, йолалар рәүешендә һаҡланған һәм беҙҙең көнгә килеп еткән.

Беҙҙең халыҡта ла бәрәкәтле, мул тормошта йәшәүҙең төрлө ырымдары бар. Уларҙың күбеһе мәҡәл-әйтемдәребеҙҙә һаҡланған: “Иртә торһаң - уңырһың”, “Иртә торған егеттең ырыҫы артыр, иртә торған ҡатындың өлөшө артыр”, “Ҡол кеүек эшләһәң, хан кеүек йәшәрһең” һәм башҡалар. Ырымдар менән бергә йәшәйешебеҙҙең бөтә өлкәһенә лә ҡағылған тыйыуҙар ҙа бар. “Ҡояш байығас, бурысҡа аҡса бирмә”, “Эңер төшкәс, иҙән йыума, сүп түкмә, байлығыңды, һаулығыңды түгәһең”, “Кис көнө эш башлама, бәрәкәтен күрмәҫһең”.

Атай-әсәйгә, оло кешеләргә, һыуға, кейемгә ҡағылышлы тыйыуҙарыбыҙ күп. Мәҫәлән, беҙ бала саҡта өлкәндәр, ҡояш байығас, һыуға барырға ярамай, ти торғайны. Кис көнө тырнаҡ ҡырҡыу, йыуынты һыу түгеү тыйылды. Аяҡты һелкеп ултырыу ҙа ярамаған ғәҙәт кеүек ҡабул ителде. Аяҡ болғап ултырыу ен балаһын бәүетеп ултырыу менән бәрәбәр булды. Ауыҙҙы ҙур асып иҫнәүҙе тыйҙылар - шайтан инеп, кешене ауырыта тип ҡурҡыттылар. Кейенгәндә - иң тәүҙә уң еңде, аяҡ кейемен дә башта уңын кейеүҙе талап иттеләр. Шулай иткәндә, йәнәһе лә эшең уңа.

Сәсте бер урында ғына тарап, аҙаҡ ҡойолғанын йыйып алырға өйрәттеләр. Шулай итмәһәң, йәнәһе, сәсте ҡош алып китә лә ояһына һала һәм кешенең башы ауырта, тырнаҡты ҡырҡҡас яндырмаһаң, ен уны ашыңа һалып китә, тип тәрбиәләнеләр. Уларҙың бөтәһе лә ҙур тәрбиәүи көскә эйә булғанын олоғайғас ҡына аңланыҡ. Ә күркәм холоҡ, әҙәплелек, яҡшы тәрбиә - бәхеттең башы. Боронғолар шуға иҫәп тотҡан да инде.




ЛЕНА АБДРАХМАНОВА.





Фото: pixabay.com






Читайте нас: