Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
27 Февраль 2019, 04:00

Ата-әсәгә яҡшылыҡ һәм бала хаҡы

Иң яҡын туғанлыҡ атай-әсәй менән балалар араһында булғанға күрә, уларҙың бер-береһе ҡаршыһында хаҡтары, бурыстары бер нисә тапҡыр юғарылыр, күберәктер.

Иң яҡын туғанлыҡ атай-әсәй менән балалар араһында булғанға күрә, уларҙың бер-береһе ҡаршыһында хаҡтары, бурыстары бер нисә тапҡыр юғарылыр, күберәктер.


Аллаһ Рәсүле бойорҙо:

“Бала атаһының хаҡын һис бер ваҡыт үтәй алмаҫ. Бәлки, уны ҡол-әсир булған хәлдә табып, уны һатып алһа һәм азат итһә, шул ваҡытта ғына уның хаҡы үтәлгән булыр”.

“Атай-әсәйгә ярҙам итеү һәм хөрмәт күрһәтеү намаҙ уҡыуҙан, зәкәт биреүҙән, ураҙа тотоуҙан, Хаж ҡылыуҙан өҫтөнөрәктер”.

“Кем ата-әсәһен риза, ҡәнәғәт итеп, иртәнсәк уянғанда тыныс таңдар ҡаршылатһа, уның өсөн йәнәттә ике ишек асылыр. Әгәр береһен генә ҡәнәғәт итә алһа, бер ишек асылыр. Уларға һис ҡаршы килмәгеҙ, насарлыҡ эшләһәләр ҙә, насарлыҡ эшләһәләр ҙә, насарлыҡ эшләһәләр ҙә!..”

“Кем ата-әсәһен рәнйеткән сүрәттә иртәнсәк уянһа, уның өсөн йәһәннәмдә ике ишек асылыр. Кем дә кем ата-әсәһен рәнйетеүҙе кискә – аҡшамға ҡәҙәр һуҙһа, йәнә шулайҙыр. Әгәр береһен рәнйетһә, бер йәһәннәм ишеге асылыр. Уларға һис ҡаршы килмәгеҙ, золом иткән булһалар ҙа”.

Йәннәттең хуш еҫе 500 йыллыҡ аранан тойолор. Ата-әсәһен рәнйетеүсе һәм туғанлыҡ хистәрен, ҡәрҙәшлек ептәрен өҙөүсе уның хуш еҫен тоя алмаҫ.

Риүәйәт буйынса Аллаһ Мусаға, ғәләйһис-сәләм, шулай бойорҙо: “Эй, Муса, кем миңә инанып, ата-әсәһенә яҡшылыҡ итһә, уны изгеләр төркөмөнә яҙырмын.

Кем миңә итәғәт итеп тә, ата-әсәһен рәнйетһә, уны кәмселек ҡылыусылар – насарҙар төркөмөнә яҙырмын”.


Малик ибн Рабиа аңлата:

“Бер ваҡыт беҙ Рәсүлуллаһ эргәһендә инек. Сәләмә улдары ҡәбиләһенән берәү килде һәм: “Эй, Аллаһтың Рәсүле, атай-әсәйем үлгәндән һуң уларға берәй яҡшылыҡ эшләй аламмы?” – тине.

Рәсүлуллаһ: “Эйе, – тип белдерҙе.

Улар өсөн доғала булыу йәки гонаһтары ғәфү ителеүҙе һорау, васыяттарын үтәү, дуҫтарына хөрмәт күрһәтеү – ана шулай ҡәрҙәшлек хистәрен дауам иттереү кәрәк”, – тип бойорҙо.

“Кеше атаһының үлеменән һуң уның дуҫтарына изгелек эшләһә, атаһына яҡшылыҡ иткән кеүек булыр.

Әсәнең бала алдындағы хаҡы атаға ҡарағанда ике мәртәбә күберәк. Әсәнең доғаһы ла тиҙерәк ҡабул булыр”.

Һоранылар:

– Ни өсөн?

Аллаһ илсеһе бойорҙо:

– Сөнки әсә балаға атаға ҡарағанда тағы ла яҡыныраҡ. Яҡын булғандың доғаһы ла һис шикһеҙ ҡабул булыр.

Берәү һораны:

– Эй, Аллаһ илсеһе, кемгә яҡшылыҡ эшләйем?

Рәсүл әйтте:

– Атаң-әсәңә яҡшылыҡ эшлә!

Әҙәм балаһы былай тине:

– Минең атам-әсәм юҡ!

Рәсүл бойорҙо:

– Балаңа яҡшылыҡ эшлә. Атай-әсәйеңдең һинең өҫтөңдә хаҡтары булған кеүек, балаңдың да һинең алдыңда хаҡтары бар”.

Балаһына тоғро юлда булыуҙа ярҙам итеүсегә, йәғни уны насар ғәмәлдәрҙә булып, түбәнгә тәгәрәүҙән һаҡлаусыға Аллаһ рәхмәт ҡылһын.

Һый-хөрмәт күрһәтеү йәһәтенән дә балаларығыҙҙы һәм атай-әсәйҙәрегеҙҙе тигеҙ ҡарағыҙ.

Атаның балаһына матур исем ҡушыуы, яҡшы итеп тәрбиәләүе баланың атай өҫтөндәге хаҡтарылыр.

Һәр ир балаға ҡорбан бағышлау ҙа атай бурысылыр.

Абдулла ибн Мөбәрәккә бер кеше килә һәм балаһының тәрбиәһеҙлегенән, мәрхәмәтһеҙлегенән зарлана.

Ибн Мөбәрәк унан һорай:

– Һин уға бәддоға уҡыныңмы?

– Эйе, ибн Мөбәрәк.

– Һин бит уны бәләгә төшөргәнһең. Балаға йомшаҡ тел менән мөнәсәбәт итергә кәрәк.

Хабиб уғлы Аҡра риүәйәт итә:

“Пәйғәмбәребеҙ ейәне хәҙрәти Хәсәнде һөйгәнен күрҙем дә, былай тинем: “Минең ун балам бар, шуларҙы һис бер ваҡыт үпмәнем дә, һөймәнем дә”.

Пәйғәмбәребеҙ бойорҙо: “Мәрхәмәт итмәгән – мәрхәмәт күрмәҫ”.


Хәҙрәти Ғәйшә (Аллаһ унан риза булһын) аңлата:

Рәсүлуллаһ бер көн миңә: “Усамдың битен йыу”, – тине. Мин йыуа башланым. Әммә сикәнеберәк йыуҙым. Рәсүлуллаһ быны күргәс, ҡулыма һуҡты. Усамды үҙе алып йыуындырҙы һәм иркәләп, наҙлап һөйҙө. Шунан һуң былай тине: “Яҡшы булған, балаң булмаған”, – тине”.


Шәддән уғлы Абдулла аңлата:

“Бер ваҡыт Рәсүлуллаһ йәмәғәт араһында ине. Хөсәйен (Аллаһ уның менән риза булһын) янына килде, Рәсүлуллаһ сәждәлә ваҡытта уның елкәһенә менеп ултырҙы. Шул саҡ пәйғәмбәребеҙ сәждәһен оҙонайтты. Артында намаҙ уҡыусылар, бер хәл булдымы әллә, тип уйланылар. Намаҙ бөткәс: “Эй, Аллаһ Рәсүле, сәждәңде оҙонайттың. Бер-бер хәл булдымы әллә, тип уйланыҡ”, – тинеләр. Рәсүлуллаһ яуап бирҙе: “Ейәнем Хөсәйен минең муйыныма менеп атланды. Сабый шул ләззәтте алһын тип, сәждәнән торорға ашыҡманым”.


Пәйғәмбәрҙең был эшендә хикмәт һәм файҙа бар.

1) Аллаһҡа яҡынайыу (сөнки кешенең Аллаһҡа иң яҡын ваҡыты сәждәләлер).
2) Балаға шәфҡәт һәм изгелек итеү.
3) Өммәтен шәфҡәт һәм мәрхәмәткә өйрәтеү.

Йәнә Рәсүлуллаһ шулай бойорҙо: “Бала еҫе – йәннәт еҫелер”.




Мөхәммәт Ғәлләмдең “Әхлаҡ гүзәллектәре” китабынан.




Фото:pixabay.com






Читайте нас: