Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Февраль 2019, 04:00

Ҡыш бабай кеүек килеп тә етермен әле

Тыуған яғыбыҙ - Ишембай районы Иҫәкәй ауылында йәшәүсе барыбыҙ ҙа хөрмәт иткән, яратҡан шағирәбеҙ Рәшиҙә Шәмсетдинова “Китапханаға китап бүләк ит” акцияһы сиктәрендә үҙенең шәхси китапханаһынан бик күп әҙәби ҡомартҡылар бүләк итте.

Унда башҡорт әҙәбиәтенең танылған, мәңге уҡып туймаҫлыҡ ҡәләм оҫталары - шағирҙары, әҙиптәре менән бер рәттән урыҫ әҙәбиәте классиктары ла бар ине. Пушкин А.С., Гоголь Н.В., Чехов А.П., Достоевский Ф.М., Александр Блок китаптары – мәңге йәшәүгә дәғүә итеүсе ҡомартҡылар!

Шулай уҡ яҙыусы “Башҡортостан – йома”, “Йәшлек”, “Торатау” , “Беҙ – бергә” гәзиттәр , “Дирәфрүз” журналдары төпләнмәһен дә бүләк итте.

- Был – минең тәүге һәм һуңғы аҙымым булмаҫ, тип ышандыра алам. Форсаты сыҡҡан һайын, һеҙҙең янға “Һә” тигәнсе Ҡыш бабай һымаҡ тоҡ күтәреп килеп тә етермен әле! – тип һөйөндөрҙө беҙҙе Һүҙ сәнғәтенә хеҙмәт итеүсе апайыбыҙ.

Уға ҙур итеп рәхмәттәребеҙҙе еткерәбеҙ! Тынмаҫ ижадында яңынан-яңы уңыштар теләйбеҙ!

Читайте нас: