- Радий Фәрит улына, Инстаграмм селтәрендә шәхси аккаунты барлығын күреп, 2017 йылдың октябрендә яҙғайным. Красногорск ҡала окру-гын етәкләгән осоро ине. Үҙем кеүек йәштәрҙе борсоған проблемалар менән уртаҡлашҡым килде. Башҡорт теленең үҫешенә бәйле борсолоуҙарым хаҡында яҙҙым, 2019 йылда Башҡортостан Башлығын һайлауҙа үҙ кандидатурағыҙҙы күрһәтергә теләмәйһегеҙме, тигән һорау ҙа биргәйнем. Шуға күрә теүәл бер йыл тигәндә, республикабыҙға яңы һулыш биреп, ваҡытлыса етәксе булараҡ ҡайтып төшөүен ныҡ ҡыуанып ҡабул иттем, - тип уртаҡлашты ул соци-аль селтәр аша, ҡыҙыу сағында хис-тойғоларыңды яҙып һал, тигән йомошобоҙҙо йыҡмай. - “Диалог на равных” тип аталып, исеменә есеме тура килеп торған был осрашыуға Башҡортостандың иң әүҙем йәштәрен йыйҙылар. Радий Хәбиров менән үҙ тиңдәшебеҙ кеүек яҡын, ихлас аралаштыҡ. Был һорауҙы бирергә ярай-ярамай тигән нәмә бул-маны, сетерекле проблемаларына ла асыҡ, тура яуап ҡайтарҙы. Форум аҙағында бергәләшеп фотоға төшөү мөмкинлеге булды. Шул саҡ Радий Фәрит улы менән ҡул ҡыҫышып, яҡындан танышып өлгөрҙөм, яҡташы, Сәлих ауылынан Ислам Төхвәтуллин икәнемде әйтеп ҡалдым. Яңы ғына уның ҡултамғаһы менән Башҡортостан Башлығы стипендиаты булыуым тураһында грамота алһам, бөгөн уның менән йәнә күрешеүем минең өсөн бик ҙур ваҡиға булды. Йәштәргә ышаныс күрһәтелә һәм беҙ быны аҡларға тейеш.