Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Февраль 2019, 04:00

Дипломлы белгес (юмореска)

Духтырһыҙ йонсоноҡ, мәйтәм. Укол ҡаҙатырға, температура үлсәтергә кәрәк булһа, ветврач Ғаязды борсойбоҙ. Ҡулдары ипле генә булһа ла, мал ҡараусы духтыр – барыбер мал табибы була инде. Етмәһә, училище ғына бөткән. Нисәмә йыл районға фельдшер һорап яҙа торғас, баш ҡаланан яңы ғына медуниверситет тамамлаған Ләйлә исемле ҡыҙыҡайҙы ебәрҙеләр. Ҡыҙыл дипломлы белгес! Медпункттың ишегенә эш графигы яҙып эленә торған урынға фельдшерыбыҙ үҙенең ҡыҙыл дипломын йәлләмәй йәбештереп үк ҡуйҙы. Нишләп йәлләп торорға?! Әйҙә, килгән-киткәндәр белһен: бында ябай кеше түгел – ҡан төҫөндәге ҡыҙыл дипломлы белгес ҡабул иткәнен!

Ҡан тигәндән, бер көндө үрге ос Зәйнитдиндең ун ете йәшлек малайы мотоциклда ҡолап, танауы ҡанауҙан туҡтамағас, медпунктҡа килгән. Фельдшер ҡыҙыҡай быны күреү менән, нишләптер ҡысҡырып иларға тотонған. Шулай һыны ҡатҡансы илай торғас, иҫһеҙ йығылған да ҡуйған. Йәй көнө ауылда кеше-маҙар өйҙә тормай бит инде, баяғы малай ҡысҡырып-ҡысҡырып та ярҙамға бер кемде лә таба алмағас, тегене шул килеш мотоциклының арбаһына тейәп, туранан районға сапҡан. Районда Ләйләне саҡ һушына килтереп, кире ҡайтарғандар. Баҡһаң, ҡандан ҡурҡа торған ғәҙәте бар икән ҡыҙыбыҙҙың.
– Өйрәнер әле, – тип, был хәлгә ул тилем үк иғтибар бирмәне ауылдаштар.
Йәнә бер көн Мәймүнә ҡарсыҡ ҡан баҫымын үлсәй торған аппаратын ҡосаҡлап баяғы Ләйлә янына килгән. Өҫтәл артында эре генә йөҙ менән нимәлер уҡып ултырған ҡыҙ, аппаратты күргәс, йылмайып уҡ ебәргән.
– Быны ғына күргән бар, әбекәй, хәҙер үлсәйбеҙ уны, – тип етди ҡиәфәттә эшкә тотонған. Беләккә кейҙерә торғанын тығыҙ итеп кейҙергән дә һауа йыйҙырғыс туп кеүек нәмәкәйен усына ҡыҫып, йыш-йыш баҫа башлаған. Шулай ултыра торғас, Мәймүнә ҡарсыҡтың беләге ҡыҫылып, ҡулдары күгәрә башлай, борсолоуҙан ҡан баҫымы күтәрелеп китә. Ләйлә һаман баяғы тупты баҫыуҙан башҡа бер ни эшләй алмай икән. Әбейҙең түҙемлеге бөтөп, быны саҡ туҡтатып, ҡан баҫымын дөрөҫ итеп үлсәргә, фонедоскопты нисек итеп кейергә лә өйрәтеп, шунан ғына ҡайтып киткән.
Был хәлдән һуң да:
— Йәш бит әле, өйрәнер, — тип өмөтләнеп ҡуйҙылар. Ауыл халҡы ябай ҙа инде.
Имаметдин ҡарт йыл да бесән мәле еткәс, дауаханала ятып сыға. Быйыл ауылда медпункт эшләгәс, ятып тормаҫҡа була. Райондан яҙып ҡайтарған уколдарҙы бер-ике аҙна ҡаҙатһа, шул етер. Өҫтәүенә, шундай сибәркәйҙе көн дә күреү– үҙе бер шифа бит. Шприцтарын, дарыуҙарын тотоп Ләйлә янына, медпунктҡа килгәс, фельдшер ҡыҙ бөтөнләй ағарына. “Нисек инде шул тиклем дә осло энәне кеше тәненә ҡаҙамаҡ кәрәк? Етмәһә, ҡайһы еренә бит әле!..» – тип сыйылдап илай башлай ул. Ҡарт, аптырашынан, уның тынысланғанын да көтөп тормай, фермаға, мал духтыры Ғаяз янына йүгерә. Ул, исмаһам, өйрәнелгән духтыр, бер нәмәгә иҫе лә китмәй, үгеҙ ҙә бесә, яраны ла бәйләй, укол да һала, бер нәмәнән дә ҡурҡмай, ҡулы ла ипле үҙенең. Бер уйлаһаң, мал духтыры ла шул уҡ табип та инде…




Фото: pixabay.com








Читайте нас: