Йылға быйыл ныҡ ташып тирә-яҡты баҫты. Кешеләрҙең кәртә-ҡураларына инде. Утрауҙа йәшәгән кешеләр күренмәй тиерлек. Әйтерһең, өйҙән сығырға ҡурҡалар. Балаларын мәктәпкә алып сыҡҡандары ғына күренә. Ә бер өйҙән балалар ҙа сыҡмай, улар әллә ҡасан инде уҡыуҙы бөтөп киткән. Өй бик ҙур, әллә ҡайҙарҙан балҡый. Бейек ҡыйыҡлы, тышы көпләп алынған, йәшел төҫкә буялған. Эргәһендә генә бейек осло тау. Ул да ошо күркәм өйҙө биҙәгәндәй. Тағын да бормалы йылға аға. Урамы ана әллә ҡайҙарҙан әйләндереп уратылған, оҙон буратылған һарай, рәттәргә теҙелеп киткән ярылған утын күҙгә ташлана.
Был йорттоң хужаһы -- Мөхәмәдиә ағай. Ул таң атыу менән тороп атын тауҙар аша төшөп эҙләй, килә һалып күрше-тирәнән алда малын тауға сығара. Ә малы уның бик күп, ярты тау булып йөрөй. Ағайҙың ҡушаматы "Большой", уны бер Тимербай тигән председатель ҡушҡан, тиҙәр. Халыҡ бик эләктерә һалырға ғына тора. Ауылда ҡушаматтар бик күп. Улар кешегә бирка кеүек беркетелә.
Ғүмер буйы ағайҙы ауылдаштары "Большой" тип йөрөттө. Исеме былай үҙенә тура килә: уҫтаптай кәүҙә, ҙур баш, ҙур ҡулдар, ҙур аяҡтар. Бер һүҙ менән ул – ҙур. Улай тип әйткән түрәгә, бәлки, ағай үсекмәгәндер ҙә.
Йылға ташып бөткәс, Большой ағай бар туғандарының хәл-әхүәлен һорашып сыға, күршеләр менән туйғансы һөйләшә. Ә шунан, ер әҙерәк һурыҡҡас, аты менән урманға утынға бара. Күк аты, Күксәй, бик аҡыллы, ҡайҙарҙа ғына йөрөһә лә, ышаныслы. Күксәйен тоғро дуҫы кеүек күрә ул. Икәү серләшә улар. Һөйләшеп барһаң, оҙон юлың да ҡыҫҡара, кешеләргә һөйләй алмаған һүҙҙәре лә күп йыйылғандыр, бәлки.
Йәшерәк сағында шул Күксәйе менән һабантуйҙа ат ярышында сәмләнеп китеп һыбайлылар артынан саба. Ҡайҙан инде, уға малайҙарға етергә! Дәрт бар ҙа, дарман юҡ, тигәндәй!
Утын ташып бөткәс, уны бысып яра, ҡупшы итеп өйә. “Ҡоро утын була!” – тип алдан әҙерләгән утынана ситтән ҡарап ҡыуана ағайыбыҙ. Ауыл кешеһенең эше тауыҡ сүпләһә лә бөтөрлөк түгел инде. Улар бер-бер артлы: бәрәңгеһе етә, шунан, һә тигәнсе, бесәне лә...
Бесән – иң ауыры. Был эш күмәк кешене ярата тигәндәр ата-бабаларыбыҙ ҙа.
-- Еңгәйегеҙҙе бер ваҡытта ла бесәнгә алып барманым! – тине ағай маҡтанған кеүегерәк.
Иҫ китерлек! Ә кем тамаҡ әҙерләй? Кем тырматып йөрөй?
-- Юҡ, юҡ, алып барманым! – беҙҙең аптыранған ҙур күҙҙәрҙе күреп. – Өйҙә лә эш күп, -- тине ағай мисәт ҡуйған кеүек һүҙҙәрен нығытып.
Ышандыҡ уға. Ул бит Большой! К-700-тай бар!
Ауылдаштары көн һайын тау һыртынан күк аттың өҫкә күтәрелгәнен күрә. Эңер төшә башлағас, баяғы күк ат йәш бесән тейәп һүлпән генә һарҡыуҙан төшә. Ир кеше алға эйелгән, бәләкәй ҡара эт артынан йүгерә. Йәй буйы шулай йөрөйҙәр. Малы күп булғас, бесән дә күп кәрәк.
-- Малды кәметһәң ни була! – уны йәлләп әйтә туғандары.
-- Кәметмәм... кәметмәм... – ти ул былай ғына, ә үҙе: “Һә, тигәнсе уны аҡсаға әйләндереп була”, тип уйлай ул. Йөрөй бирһен.
Нишләйһең? Ата-бабаларынан килгән ул мал көтөү. Борон ярлының да әллә нисә аты булған, тиҙәр.
-- Кәбән ҡойорға ғына килегеҙ! Эшегеҙҙе ҡалдырып йөрөмәгеҙ! – тип ағай ҡаты әйтә улдарына.
Шуға күрә улдары ял алып кәбәндәрҙе килеп ҡоя, көнөнә әллә нисәүҙе! Эшкә ағай кеүек әрһеҙҙәр.
Ағай колхозда эшләй. Саҡ тын алып килгән колхозды “үлтермәйем”, тип тегенән-бынан алыш-биреш итеп күп йөрөй тимер эҙләп.
-- Ағай ялға сыҡһа, тирмән дә эшләмәҫ инде, фермала тиҙәк ебәрелмәй ятыр, тимерҙе эшләткән кеше ай-һай табылмаҫ!
Һауынсылар үҙ-ара һөйләшеп, ағайҙың эшен маҡтай. Ул ялға сыҡҡас, тиҙҙән колхоз да бөтөнләй бөтә.
-- Ниндәй колхозды бөтөрҙөләр, бөртөкләп йыйған әйберҙе емерәләр бит. Емереүе анһат. Булған әйберҙең ҡәҙерен белмәйҙәр шул... – йәне сыға яҙып ултыра ағайҙың.
Түҙемһеҙ аяҡтар үҙҙәренә эш һорай, тигәндәй, ағайыбыҙ ҙа көн оҙоно аяҡ өҫтө йөрөй. Ҡайһы берәүҙәренә тирмәндән он алып килә, ә икенселәренә тоҡтан ем ташый. Оло кешеләр ярҙам һораһа, көнө буйы уларҙың йомошо менән йөрөй. Үҙе юҡсылыҡта, һуғыш ваҡытында үҫкән ул.
Хәҙисә еңгәй, уның ҡатыны, йылғаға өйрәк, ҡаҙҙар ҡыуһа, йылға тулыр ине. Уларҙың ҡаңғылдашыуына бар утрау йәмләнә. Көҙөн ҙур өмә эшләйҙәр. Өмә бөткәс, бай табын ойошторола. Еңгәй “Табында” тигән йыры менән табынды аса.
Үҙе сумарт булғас, өҫтәле лә мул. Күңеле киң булғас, кешеһе лә күп...
Эйе, мөрйәләренән төтөн сыҡҡан өйҙәрҙән, аш-һыу күргән ата-бабаларҙан улар икәүһе лә. Еңгәй – күрше ауыл ҡыҙы. Муллалар ырыуынан. Һатыусы булып эшләгән. Ағай тәү күреүҙән ғашиҡ була.
-- Ҡустым, һиңә һабантуйҙа көрәшеп еңер кәрәк! Ҡыҙ менән һөйләшеү еңелерәк булыр, -- тип кәңәш бирә Сәитғәли ағаһы.
Ағай көрәштә еңә. Сәитғәли ағаһы менән ҡыҙҙың өйөнә баралар. Бына шул ваҡыттан улар бергә. Ағай ҡунаҡта бер-ике рюмка эсеп алһа, йомшара ла китә. Үҙе әкиәттәге кеүек бәләкәй генә кешегә әйләнә.
-- Хәҙисәм, ҡолонсағым, йырлайыммы һинең йырыңды? “Үтте лә китте ғүмер”, тип һуҙа ла башлар ине.
-- Ҡайттыҡ! Хәҙер үк ҡайттыҡ! – тиер ине еңгәбеҙ.
Улар матур итеп донъя көттө. Туған-тумасалары ла күп ине. Урам эсенә өҫтәлдәр ултыртып, ике самауыр борҡотоп сәйҙәр эсәләр ине. Ҡайғыларҙы ла улар күп үткәрә. Ә кинйә улын юғалтҡас, Хәҙисә еңгәй ҡайғынан мандымай, түшәккә ята. Бар донъя ағайға ҡала. Ныҡ ағастай бөгөлмәҫкә тырыша ағай. Бер нисә йылдан ҡатыны яҡты донъя менән хушлашты.
Кеше һағыштан һарғая, тиҙәр. Был ысын! Беҙҙең ағай ҙа һарғайҙы...
Осло тау һыртын ҡояш нурҙары ҡойондора башланы. Йылға ана ташам, бына ташам тип кенә торғанда, Хәҙисә еңгәбеҙҙең ҡырҡы үткәс, Мөхәмәдиә ағайыбыҙ ҙа (һикһән йәшенә яҡынайып) күҙҙәрен мәңгелеккә йомдо...