17-се мәктәптә оҙаҡ йылдар башланғыс хәрби әҙерлек дәрестәре алып барған Рафаэль МӨХӘМӘТОВТЫ совхоздың һәм Тирмән-Йылға ауылының күп егеттәре үҙҙәренең остазы тип иҫәпләргә хаҡы бар.
Һәр ваҡыт хәрби форма кейеп, мыйығы аҫтынан йылмайып йөрөгән уҡытыусыны коллегаларынан бигерәк балалар хөрмәт итте. Дәрестәр бөткәс тә әле, өйөлөшөп, военруктың бәләкәй генә кабинетына килеп тула ине улар. “Буласаҡ һалдат” клубына хатта ҡыҙҙар ҙа бик теләп йөрөнө. Автоматты, гранаталарҙы һүтеп-йыйыу, строевой әҙерлек, хәрби ҡоралдарҙан атыу буйынса ярыштарҙа районда Рафаэль Хәмзә улының уҡыусыларына етеүсе булманы. Йәш егеттәрҙе әрмегә оҙатыу, уларҙы ҡаршы алыу кеүек изге йолалар мәктәптең И.Н. Кузнецов исемендәге Хәрби дан музейында үткәрелеп килде. "Зарница”, ”Орленок” кеүек хәрби уйындарҙа уҡыусылар ғына түгел, хатта уҡытыусылар ҙа ҡатнашты. Остаз үҙенең тәрбиәләнеүселәрен өгөт-нәсихәт, матур һүҙҙәр менән түгел, аныҡ тормошсан миҫалда тәрбиәләне. Уҡыусылары менән атаҡлы разведчик И.Н.Кузнецовтың эҙҙәре буйлап Мәскәү, Николаев, Херсон, Львов, Брест ҡалаларына тиклем барып етте, партизандар командиры Медведев һуғышҡан урындарҙы арҡыры-буйына йөрөп сыҡты. Заманы шулай булдымы икән, бер генә егет тә әрме хеҙмәтенән ҡотолоп ҡалырға тырышманы. Был да уҡытыусының ҡаҙанышы!
Рафаэль Хәмзә улының тәрбиәләнеүселәре республиканың ғына түгел, Рәсәйҙең юғары уҡыу йорттарына еңел генә инеп китте. Сергей Мордовин Санкт-Петербург ҡалаһында юғары хәрби училищены уңышлы тамамланы. Сергей Пасхин, Рим Абдрахманов, Даян Хәйбуллин үҙҙәренең хәрби бурыстарын афған ерендә үтәп ҡайтты. Тик уның дәрестәрендә генә ныҡлы сынығыу алған йәш егеттәр Чечняла хәрби бәрелештәрҙә түҙемлелек, ныҡлыҡ, батырлыҡ күрһәтте. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 19 йәшлек Айҙар Демитов тыуған яҡтарына цинк табутта ҡайтты. Йәш кенә килеш һәләк булған Илгиз Баҡыев та Рафаэль Хәмзә улының тәрбиәләнеүсеһе ине.
37 йыл буйы уҡыусыларында илһөйәрлек, изгелек, тоғролоҡ тойғолары тәрбиәләгән уҡытыусы үҙ балаларына ла матур тәрбиә бирҙе.
– Бөтәһе лә һәйбәт. Хаҡлы ялдамын. Әммә уҡыусыларымды һағынам! Донъялар тыныс, күгебеҙ аяҙ булһын! Әлеге ваҡытта үҙ бурыстарын еребеҙҙең төрлө мөйөштәрендә үтәгән уҡыусыларыма ҡайнар сәләмдәремде тапшырам, - ти запастағы офицер, капитан Рафаэль Мөхәмәтов.