Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Февраль 2019, 04:00

Йүнәлтмә артынан – баш табипҡа

“Ҡыҙым быйыл 11-се класты тамамлай. Медицина уни-верситетына уҡырға инеп, табип булыу – күптәнге хыялы. Тыумыштан инвалид улыбыҙ бар. Һорауым да ошоға бәйле. Ғаиләлә сәләмәтлеге сикләнгән баланың ағаһы йәки апаһы юғары уҡыу йортона уҡырға ингәндә уға ниндәйҙер льгота ҡаралғанмы?


Ата-әсәләрҙе ҡыҙыҡһындырған тағы бер һорауым бар. Вузға уҡырға кереүҙә ҙур ярҙам булған маҡсатлы йүнәлтмәне ҡасан юллай башларға кәрәк? Ул кемдәргә бирелә?


Рәйсә апайығыҙ”.



Гәзит уҡыусыбыҙ һорауына муниципаль район хакимиәтенең документтар һәм граждандар мөрәжәғәте буйынса эшләү бүлеге начальнигы Гөлнур ҠОТЛОГИЛДИНА яуап бирҙе:

- Башҡорт дәүләт медицина университетына уҡырға инергә теләүсе йәштәргә маҡсатлы йүнәлтмәгә ғариза яҙыр өсөн туранан-тура Ишембай Үҙәк район дауаханаһының баш табибы Азамат Хәйбуллинға мөрәжәғәт итергә кәрәк (Стахановсылар урамы, 75, телефоны: (34794) 2-60-15). 2018 йылдан ошондай тәртип индерелде. Башҡа вуздарға элеккесә муни-ципаль район хакимиәте аша йүнәлтмә бирелә, бының өсөн 10-сы кабинетҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк. Уҙған йылда, мәҫәлән, БДАУ-ға – 1, БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалына 3 маҡсатлы йүнәлтмә бирҙек. Юғары уҡыу йорто маҡсатлы йүнәлтмә менән килеүсе абитуриенттар араһында конкурс үткәрә, әлбиттә, балдар һаны күберәк булғандарға өҫтөнлөк бирелә. Шуға күрә йүнәлтмә алыу ғына вуз студенты булып китеүеңде аңлатмай әле. Бынан тыш, сәнәғәт предприятиелары, ойошмалар уҡыу йорттарына үҙҙәре туранан-тура йүнәлтмә бирә ала. Уҙған йылда “Витязь” машиналар эшләү компанияһы Өфө дәүләт авиация-техник университетына уҡырға инергә теләүселәргә 28 маҡсатлы йүнәлтмә биргән.


Беҙҙең бүлеккә май айынан башлап мөрәжәғәт итә алаһығыҙ.


Редакциянан. Рәйсә апайҙың һорауының тәүге өлөшөнә яуап табыу маҡсатынан республиканың иң эре вуздарына шылтыратып белештек. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ғаиләлә инвалид бала тәрбиәләнеүе уның ағаһына йәки апаһына юғары уҡыу йортона ингәндә ташлама биреү-бирмәүгә йоғонто яһамай. Ташламаларҙың башҡа төрҙәре менән Рәсәй мәғарифы федераль порталында танышырға була - http://www.edu.ru.




Фото: pixabay.com

Читайте нас: