Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Февраль 2019, 04:00

Операция үҙебеҙҙә яһала

Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми- тикшеренеү институтының төп офтальмохирургтары беҙҙең ҡалала күҙ сирҙәренән яфаланыусы пациенттарға бушлай операция яһай башланы.

Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми- тикшеренеү институтының төп офтальмохирургтары беҙҙең ҡалала күҙ сирҙәренән яфаланыусы пациенттарға бушлай операция яһай башланы.



18-22 февралдә барлығы 140 ауырыуға операция яһау ҡаралған. Тәүге көндө 29 кешегә операция яһалған. Ишембай районы үҙәк дауаханаһының күҙ микрохирургияһы бүлеге мөдире Дилә Арыҫланова әйтеүенсә, хирургия ярҙамы катаракта сиренә юлығыусыларға күрһәтелә. Өфөнән килтерелгән заманса йыһазландырылған ҡоролмалар операцияны тиҙ, сифатлы башҡарыу мөмкинлеген бирә. Пациенттар операция өҫтәлендә ни бары 5-10 минут ята, 5-6 сәғәттән һуң өйҙәренә ҡайтарыла. Операцияны медицина фәндәре докторы, юғары категориялы күҙ табибы Айгөл Бикбулатова менән медици-на фәндәре кандидаты Ольга Оренбуркина эшләй.


Иғтибар! 4 марттан 1-се поликлиникала 1-5 апрелдә үткәреләсәк операцияларға яҙылыу башланасаҡ.




Фото: автор.


Читайте нас: