Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
19 Февраль 2019, 04:00

Мөхәббәт һәм Айырылышыу хаҡында

Ялан ситендә Мөхәббәт менән Айырылышыу йәш матур парға ҡарап һоҡланып торған.

Айырылышыу Мөхәббәткә:

– Уларҙы ғына айырырға хәлемдән килә минең, – тигән.

Мөхәббәт иһә:

– Ашыҡмай тор, әйҙә мин бер тапҡыр ғына йөрәктәренә юл ярайым, ә һуңынан һин улар янына күпме теләһәң, шунса барырһың. Шунда күрербеҙ – айыра алырһыңмы икән уларҙы? – тип тәҡдим иткән.

Айырылышыу ризалашҡан. Мөхәббәт йәш пар янына килеп, уларға һаҡ ҡына ҡағылған да күҙҙәренә баҡҡас, унда осҡон барлыҡҡа килеүен күргән.

Шунан инде Айырылышыуға:

– Йә, хәҙер инде һинең сират! – тигән.

Тегеһе иһә:

– Юҡ, әле уларҙың йөрәге ҺӨЙӨҮ менән тулған. Шуға ла бер нәмә лә эшләй алмаясаҡмын. Мин һуңғараҡ килермен, – тигән.

Ваҡыт үткән. Айырылышыу уларҙы иҫенә төшөргән. Йәш әсәнең сабыйын ҡыҫып һөйөүенә шаһит булған ул. Ире лә яндарында булған. Айырылышыу, мөхәббәттәре үткәндер, моғайын, тигән өмөт менән өйгә уҙған. Әммә, ир менән ҡатындың күҙҙәренә баҡҡас, РӘХМӘТЛЕ БУЛЫУ тойғоһон күргән һәм кире боролорға мәжбүр булған:

– Мин бында һуңғараҡ килермен, – тигән.

Ваҡыт үткән. Айырылышыу йәнә яҡынлаған быларға. Хәҙер инде өйҙә балалар сыр-сыу килгән. Йорт хужаһы эштән арып ҡайтҡан, хужабикә балаларын тынсыландырған. Айырылышыу хәҙер ысынлап та уларҙы айыра алырына ышанған, МӨХӘББӘТ һәм РӘХМӘТЛЕ БУЛЫУ тойоғолары үткәндер, тип уйлаған. Әммә уларҙың күҙҙәренә бағып, ИХТИРАМ һәм бер-береңде АҢЛАУ тойғоһон күргән.

– Мин һуңғараҡ килермен инде, – тигән Айырылышу.

Ваҡыт үткән. Йортҡа йәнә Айырылышыу килгән. Инде балалары үҫкән. Айырылышыу йәнә уларҙың күҙҙәренә баҡҡан һәм өмөтһөҙлөккә бирелеп ауыр тын алып ҡуйған. Ир менән ҡатындың ҡараштарында ЫШАНЫУ тойғоһон күргән ул.

– Мин һуңғараҡ килермен, – тигән Айырылышыу һәм йорттан сығып киткән.

Күпмелер ваҡыт үткәс, ул йәнә ишек шаҡыған. Хәҙер инде уларҙың ейәндәре йүгереп йөрөүен күргән. Ҡатын кеше олоғайып киткән. Мейес ҡаршыһында уйланып ултырған сағы булған.Ниһайәт, минең сәғәтем һуҡты, тип ҡыуанған Айырылышыу. Ул ҡатындың күҙҙәренә бағырға теләгән, әммә шул мәлдә ҡатын кеше торған да өйҙән сыҡҡан. Айырылышыу уның артынан киткән. Тиҙҙән ҡарсыҡ зыяратҡа барып еткән һәм иренең ҡәбере янына яҡынлаған.

– Һуңлағанмын, ахыры, тип уйлаған Айырылышыу. – Ваҡыт минең өсөн үҙ эшен башҡарып та ҡуйған.

Һәм Айырылышыу ҡарсыҡтың йәшле күҙҙәренә төбәлгән. Унда ул ХӘТЕРҘЕ – МӨХӘББӘТ, РӘХМӘТЛЕ БУЛЫУ, ИХТИРАМ, Бер-береңде АҢЛАУ һәм ЫШАНЫС хаҡында ХӘТЕРҘЕ күргән.


Тормоштоң мәғәнәһе – яҡындарҙы хөрмәтләй, ҡәҙерләй белеүҙә. Бер-беребеҙҙе, саф тойғоларҙы һаҡлайыҡ!



Фото:pixabay.com


Читайте нас: