40 йылдан ашыу колхозда комбайнсы, тракторсы, механик, тракторсылар бригадаһы бригадиры булып эшләп, ауылдаштар араһында ҙур ихтирам ҡаҙанған кеше ул Әхмәт Нәғим улы. Тырыш хеҙмәте өсөн III дәрәжәле Хеҙмәт даны ордены менән бүләкләнгән. Хаҡлы ялға сыҡҡас та, тик ултырырға яратмай, үҙ ҡулдары менән ике бәләкәй трактор йыйған. Әле өсөнсөһөн йыйыу өҫтөндә (фотола). “Төнө буйы башымда тракторҙың схемаһын һыҙам да, иртән сығып эшкә тотонам. Ауылда тракторһыҙ йәшәп буламы ни? Балаларыма, ейәндәремә минән трактор ҡалһын, тип тырышам”, - ти ул.