Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
18 Февраль 2019, 04:00

Йәй буйына петуния сәскә атһын тиһәгеҙ

Петуния июндән алып сентябргә тиклем, ҡырау төшкәнсе баҡса­ларыбыҙҙы биҙәп, күпереп сәскә атып ултыра. Ниндәй генә баҡсасы был нәзәкәтле, йәмле сәскәләрҙе үҫтерергә яратмаһын.

Петуния июндән алып сентябргә тиклем, ҡырау төшкәнсе баҡса­ларыбыҙҙы биҙәп, күпереп сәскә атып ултыра. Ниндәй генә баҡсасы был нәзәкәтле, йәмле сәскәләрҙе үҫтерергә яратмаһын.


Үҫентеһен үҫтереп алыу мәшәҡәтле булһа ла, баҡса биҙәге һаналған был бер йыллыҡ сәскәләрҙе төрлө көршәккә ултыртып, аҫып ҡуйып та, асыҡ тупраҡҡа, матур клумбаларға ултыртырға ла мөмкин. Июндә сәскә атһын тиһәгеҙ, уны февраль башында йәки марттан да ҡалмай ултыртырға кәрәк. Быйылғы ай календары буйынса 20 – 26 февралдә, 1, 3, 4, 20 – 23, 28 – 30 мартта ултыртырға кәрәк. Орлоҡто нейтраль йомшаҡ тупраҡҡа сәсәләр. Тупраҡҡа көл, калий сульфаты һалырға онотмағыҙ. Уны зарарһыҙландырыу өсөн һуңынан марганцовка иретмәһе ҡойорға. Был сәскәнең ваҡ ҡына орлоҡтары бик оҙаҡ сыға. Сәскәндә тупраҡ өҫтөнә ҡар һалып, орлоҡто һибегеҙ. Ҡар иреп бөткәс, өҫтөн полиэтилен менән ҡаплап ҡуйығыҙ.


Торф таблеткаларында ла петуния яҡшы үҫә. Үҫентеләргә 25 градус йылылыҡ һәм яҡтылыҡ талап ителә. Ҡараңғы урында улар насар үҫә. Петуния тәүҙә тамыр системаһын үҫтереп ала. Һуңынан ғына япраҡтарын эреләтә. 3 – 4 япраҡ ебәргәс, айырым стакандарға күсереп ултыртығыҙ.





Фото: автор.






Читайте нас: