Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
18 Февраль 2019, 04:00

Китап уҡыуҙың да тәме бар

Ҡыҙыҡлы китаптар менән генә түгел, төрлө саралар ойоштороп та йәлеп итә халыҡты Этҡол моделле китапханаһы китапханасыһы Гөлдәр ЙӘРМӨХӘМӘТОВА.Китапхана сәләмәт тормошто пропагандалауҙы маҡсат итеп ҡуйған. Был иһә саралар менән дә нығытыла.

Ҡыҙыҡлы китаптар менән генә түгел, төрлө саралар ойоштороп та йәлеп итә халыҡты Этҡол моделле китапханаһы китапханасыһы Гөлдәр ЙӘРМӨХӘМӘТОВА.Китапхана сәләмәт тормошто пропагандалауҙы маҡсат итеп ҡуйған. Был иһә саралар менән дә нығытыла.


Китапхананың үҙенсәлекле бер өлөшө - фитобар. “Әхирәттәр” клубына йөрөүсе гүзәл заттар буш ваҡытта сәй өсөн төрлө үләндәр йыя. Шуға ла фитобар үҙебеҙҙә етештерелгән тәмле сәйҙән өҙөлмәй. Йолаларыбыҙҙы, аш-һыуыбыҙҙы сағылдырыусы саралар ҙа үтеп тора. “Ҡабаҡ байрамы”н “Ҡоймаҡ байрамы” алмаштыра, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙе тергеҙеп, йәш ҡыҙҙарға өгөт-нәсихәт тә үҫеп килеүсе быуынды тәрбиәләүгә үҙ өлөшөн индерә.


Яңынан-яңы китаптар менән халыҡта ҡы-ҙыҡһыныу уятырға тырыша 17 йыл ошо өлкәлә эшләүсе китапханасы.

- Заманса технологиялар заманы булһа ла, китап еҫе, уның биттәрен асып уҡыу бөтөнләй башҡаса ләззәт бирә. Шуға ла китап бер ҡасан да юғалмаясаҡ. Үҙем дә бәләкәйҙән китап уҡырға яраттым, - ти Гөлдәр Плюр ҡыҙы. - Ул саҡта ауыл китапханаһы мейес менән йылытыла торған йортта урынлашҡайны, ул элек бер байҙың йорто булған тиҙәр. Унда китапханасы булып Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Минеәсмә Иркәбаева эшләне. Шул тиклем китап яраттым, уҡымаған бер генә китабым да ҡалмағандыр. Өйҙә хатта һауыт-һаба йыуған саҡта ла китабымды ситкәрәк терәтеп ҡуйып уҡый торғайным.


Бына шул китапҡа һөйөү Гөлдәрҙе китапхана-сы һөнәренә алып килә лә инде. Эшен яратып башҡарғанға күрә лә уның китаптар донъяһына барып инеү үҙе бер кинәнес.




Фото: автор.


Читайте нас: