- Мәҫәлән, бер нисә ауыл кешеһенең 30-лап һыйыры бар, ти. Улар шул сама һыйыры булған урындағы фермер менән кооперативҡа ойоша. Алынған грант һөт, һөт аҙыҡтарын пастеризациялау, фасовкалау системаһы булған һөт цехы, шулай уҡ махсус автомобиль алыуға йүнәлтелә. Аҙаҡ әҙер продукция һөт, ҡаймаҡ, эремсек, кефир рәүешендә һатыуға сығарыла. Кооперативтың өҫтәмә сығымдары минусланып, һатыуҙан килгән килем кооператив ағзалары араһында пропорциональ рәүештә бүленә. Ошондай уҡ цехты ит, иген эшкәртеү буйынса ла ойошторорға мөмкин, шулай уҡ үҙ пекарняңды ла асырға була.