Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
16 Февраль 2019, 04:00

Афған ере – йөрәк яраһы

15 февралдә Афған еренән 30 йыл элек Совет ғәскәрҙәренең сығарылыу көнөн билдәләйбеҙ. Ошо ваҡиға айҡанлы Этҡол ауылында байрам тантаналары уҙҙы.

15 февралдә Афған еренән 30 йыл элек Совет ғәскәрҙәренең сығарылыу көнөн билдәләйбеҙ. Ошо ваҡиға айҡанлы Этҡол ауылында байрам тантаналары уҙҙы.


Этҡол урта мәктәбендә «Афған ере – йөрәк яраһы» тип исемләнгән осрашыуға йыйылдыҡ. Был осрашыуыбыҙ алыҫ Афған ерендә ғүмерҙәре өҙөлөп, мәңге йәш булып ҡалған һалдаттар, ул дәһшәтле көндәрҙең шаһиты булып йәшәүсе иҫәндәр хаҡында булды. Этҡол ауыл Советынан Афған һуғышында 11 кеше ҡатнаша. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уларҙың өсәүһе – Аҙнайҙан Ишморат Ғиниәтуллин, Уразбайҙан Марат Әсәҙуллин, Рим Иблиәминов яу яланында мәңгегә ятып ҡала.


Ә бөгөнгө кисәбеҙгә яу яланынан иҫән йөрөп ҡайтҡан, батыр йөрәкле, ҡурҡыуһыҙ ауылдаштарыбыҙ - Азамат Әсҡәт улы Арсланбаев, Наил Рәис улы Сәйфуллин, Булат Кираметдин улы Мәхмүтов килде. Улар менән осрашыу һағышлы ла, тетрәндергес тә йыр һәм шиғырҙар менән үрелеп барҙы. Афған һуғышында ҡатнашҡан Азамат Әсҡәт улы үҙенең сығышында әрме хеҙмәте, афған һуғышы тураһында һөйләп, егет һәм ҡыҙҙарға тырышып уҡырға, спорт менән дуҫ булып үҫеүҙәрен теләне. Этҡол урта мәктәбе директоры Дамир Сәхиулла улы Баһауетдинов Афған һуғышының тарихына туҡталып, Советтар Союзы өсөн был һуғыштың әһәмиәте, юғалтыуҙары тураһында һөйләп китте. Шулай уҡ Этҡол урта мәктәбендә афған һуғышында һәләк булған яҡташтарҙың таҡтаташына сәскә һалынды.


Артабан байрам тантанаһы Этҡол ауылындағы интернационалист – һуғышсылар һәйкәле янындағы митинг менән дауам итте. Ауыл хакимиәте башлығы Нәсимә Ғайса ҡыҙы үҙенең сығышында 1988 йылда асылған, Ишембай районындағы берҙән – бер интернационалист – һуғышсыларға бағышланған һәйкәл, һәләк булған егеттәбеҙ тураһында һөйләп, ошондай ҡан ҡойош һуғыштар булмаһын, әрме сафтарына алынған егеттәребеҙ иҫән – һау йөрөп ҡайтһын, тип теләк белдерҙе. Шулай уҡ митингҡа йыйылғандар үҙҙәренең бурыстарын үтәгәндә һәләк булған яҡташтарыбыҙҙы бер минут тынлыҡ менән иҫкә алды һәм һәйкәлгә сәскә һалдылар.

Яу яланынан иҫән ҡайтҡан афғансылар арабыҙҙа йәшәй. Улар беҙҙең арала эшләй, өйләнә, балалар үҫтерә. Төндәрен улар ҡабат-ҡабат шул һуғышты төштәрендә күрә. Уларҙың хәтерендә бөгөн дә меңәрләгән машиналар яна, дуҫтары , полкташтары һәләк була. Йылдар уҙа, донъяға яңы быуындар килә. Әммә ҡан ҡойғос һуғыштар тураһында беребеҙҙең дә оноторға хаҡы юҡ!







Читайте нас: