Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
16 Февраль 2019, 04:00

Аҡ елкән юлға сыға

“Елкән” үҙенә дуҫтар эҙләй. Шиғриәт донъяһына ҡыйыу атлаусы егет-ҡыҙҙарҙы үҙебеҙгә саҡырабыҙ. Ижад битен, аҡ елкәндәй әйҙәүсе – Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге башҡорт гимназия-интернатының 10Б класы уҡыусыһы Гөлдәниә Минеғоловаһеҙҙе бөгөн “тәүге ҡоймаҡты” тәмләргә саҡыра. Артабан был битебеҙ бай, ҡыҙыҡлы булһын өсөн бөтә көсөбөҙҙө һалайыҡ.

Сәләм, дуҫтар!


“Елкән” үҙенә дуҫтар эҙләй. Шиғриәт донъяһына ҡыйыу атлаусы егет-ҡыҙҙарҙы үҙебеҙгә саҡырабыҙ. Ижад битен, аҡ елкәндәй әйҙәүсе – Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге башҡорт гимназия-интернатының 10Б класы уҡыусыһы Гөлдәниә Минеғоловаһеҙҙе бөгөн “тәүге ҡоймаҡты” тәмләргә саҡыра. Артабан был битебеҙ бай, ҡыҙыҡлы булһын өсөн бөтә көсөбөҙҙө һалайыҡ. Бәйләнеш өсөн үҙегеҙ тураһында мәғлүмәтте интернет селтәренә ебәрегеҙ – mnglva_gg(инстаграм), йә телефон номерыма шылтыратығыҙ: 8-987-14-75-278.




ЕЛКӘН



Вәлиди менән таныштыҡ

Фильм ҡарағас...

Бөркөт һымаҡ ҡыйыу кеше
Беҙгә ҡарай экрандан.
Халҡына ул ирек теләй,
Һис сигенмәй Уралдан.

Башҡорт халҡын яҡлар өсөн

Ул бит көрәш башлаған.

Ауыр юлдар үтһә – үткән,

Ә исемен һатмаған.
Халҡына ул юл күрһәткән,
Үҙе ситкә китһә лә.
Онотмаған тыуған илен,
Оҙаҡ йылдар үтһә лә.

Китаптары – аманат бит,

Уҡып сығырға кәрәк.

Шундай батыр башҡорт улын

Мәңге данларға кәрәк.



Ҡышҡы бүләк

Бөтә донъя аҡҡа сумған,
Әйтегеҙсе, нимә булған?
Кисәге ҡара ерҙәргә
Бөгөн төндә ҡарҙар яуған.
Йомшаҡ, нәфис ҡарҙар ергә
Бүләк микән йодоҙҙарҙан?
Дуҫтарыма бүләк итеп,
Тауҙар өйәм ап-аҡ ҡарҙан.
Әйҙә, улар уйнаһындар,
Шатланһындар ап-аҡ ҡышҡа!
Минең байрам бүләгем дә
Күсһен инде ҡулдан-ҡулға.

Серле бүләк – һиңә дуҫым,

Йә, тиҙерәк алып ҡара!
Беҙҙең дуҫлыҡ ҡар тауылай
Йылдан-йылға үҫә бара.

Наҙгөл АРЫҪЛАНОВА,

3-сө мәктәптең 6-сы класс уҡыусыһы.



Мин сәхнәлә шиғыр уҡыным


Мин сәхнәлә шиғыр уҡыным,
Ҡанатланды шунда күңелем.
Осто кеүек йөрәк йыһанға,
Балҡып торған айға, йондоҙға.
Һүҙем менән сәхнә түренән
Мин өндәштем туған телемдә.
Кескәй йөрәгемдең ялҡынын
Тойҙом кеүек шағир һүҙендә.
Уйлының уй-ғәмен, аһ-зарын
Төйнәйҙер ҙә шағир һәр һүҙгә.
Һүҙҙе сәхнәләрҙән яңғыратып,
Еткерәйем тимен мин һеҙгә.
Уянмаҫмы икән рухығыҙ,
Һүҙ һөйләй бит кескәй дуҫығыҙ!
Күҙегеҙҙә күрәм нур-балҡыш,
Уйлы, ғәмле булһын юлығыҙ!


Розана ӘХТӘМОВА,

2-се башҡорт гимназия-интернатының 9-сы класс уҡыусыһы.



Читайте нас: