Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Февраль 2019, 04:00

“Үлән ашап үҫкән быуын беҙ», - ти 90 йәшлек өләсәйем Йәмилә Сәйфетдин ҡыҙы Аллабирҙина

Ҡолғона ауылының иң өлкән кешеһе ул хәҙер. Тыуған ауылы Ҡоҙаш күптән инде ер йөҙөнән юҡҡа сыҡҡан. Тик бына бер быуатҡа яҡын ғүмер дәүерендә булып үткән хәл-ваҡиғаларҙы ғына хәтерҙән һис юйып ташларлыҡ түгел.

Ҡолғона ауылының иң өлкән кешеһе ул хәҙер. Тыуған ауылы Ҡоҙаш күптән инде ер йөҙөнән юҡҡа сыҡҡан. Тик бына бер быуатҡа яҡын ғүмер дәүерендә булып үткән хәл-ваҡиғаларҙы ғына хәтерҙән һис юйып ташларлыҡ түгел.


Бөйөк Ватан һуғышы башланғанда Йәмиләгә 12 йәш була. Ҡустылары бәләкәй, шуға бөтә көс ҡыҙҙың елкәһенә төшә. Төп кәсеп - ҡап һуғыу, һалабаш һалыу. Тау-ташлы урман яғы булғанлыҡтан, Ҡоҙашта ауыл хужалығы культуралары үҫтерелмәй. Яҙ етеүен, балтырған, кесерткән сыҡҡанын барыһы ла түҙемһеҙлек менән көтөп ала. Ауыл халҡы солоҡсолоҡ менән кәсеп итә. Ҡыш-йәй тип тормай, Петровскиҙан тоҙон алып ҡайтыу өсөн 60 саҡрым араны сабатала йәйәүләп барырға кәрәк. Ҡулда аҡса булмағас, өйҙәге ваҡ-төйәк әйберҙәрен ауыҙҙарынан өҙөп тигәндәй, арҡаһына йөкмәп, башҡа аҙыҡҡа алыштырыу өсөн әлеге Петровск баҙарына юлланалар. Юлсыға янсыҡ та ауыр, аҙмы-күпме тейәлгән аҙыҡ-түлек менән ҡайтыуы, ай-һай, еңел булмай, арҡалар сейләнеп бөтә торғайны, тип хәтерләй өләсәйем. Быйма һатып алырға Бөрйәндең Әүжән ауылына барыу өсөн 50 саҡрымды йәйәүләп үтә ул. Физик яҡтан ныҡлы, көслө ҡыҙ ағас әҙерләү, йорт бурау кеүек эштәрҙе ирҙәр менән бер рәттән башҡара. «Атайым менән икәүләп кенә бер көндө, һә тигәнсе 18 күбә бесән күтәреп ҡуя инек», - тип хәтерләй өләсәйем.


Ул йылдарҙа ауыл халҡы “Бөтәһе лә фронт өсөн, бөтәһе лә еңеү өсөн!” девизы аҫтында йәшәй һәм эшләй. Фронтҡа тип ауылға йыш ҡына «ылау» ебәрелә. Кеше башына ҡарап, үҙҙәренә ҡаламы-юҡмы, итен-һөтөн, майын, ойоҡ-бейәләйҙәрен, септә, тоҡ һуғып, арҡан ишеп, шул ылауҙарға тейәйҙәр.


Һуғыштан һуңғы осор ҙа ауыл халҡына еңел бирелмәй. Өләсәйем яҙын һыу ташҡан мәлдә, ауылындағы бер төркөм тиҫтерҙәре менән Шешәнәк йылғаһынан Архангель районы Карташовка ауылына тиклем һал ағыҙа. Һалҡын һыуға батып үлгәндәр ҙә йыш була.


Һалабаш һалғанда Йәмилә буласаҡ ирен, яңы ғына һуғыштан ҡайтҡан Ҡолғона еге-те Зәйнулланы осрата. Улар татыу ғаилә ҡора, береһенән-береһе аҡыллы, уңған, үҙҙәренә иш ике ул, өс ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 1987 йылда олатайыбыҙ үлеп ҡала. Олатайым урман хужалығында таҡта ярыу эштәрен, бри-гадир вазифаһын башҡара, 1965 йылда мәктәпкә хужалыҡ мөдире булып күсә, аҙаҡ өләсәйем дә унда иҙән йыуыусы булып эшкә урынлаша һәм хаҡлы ялға сыҡҡансы ошо эшендә эшләй.


Бик күп маҡтау грамоталары менән бүләкләнгән хеҙмәт ветеранын ауылда һәр кем хөрмәт итә. Ауылдаштары байрам сараларынан бер ҙә ҡалдырмай үҙен. Әле булһа донъя мәшәҡәттәре менән ҡайнап йәшәй ул, йәйен килене, ейән-ейәнсәрҙәре менән баҡса тулы йәшелсә-емеш үҫтерә, аҙбар тулы мал тота.


Өләсәйемә бер нисек тә 90 йәш бирмәҫһең. Һис тик ултыра белмәй ул, ике ҡулына ике биҙрәһен тотоп Шешәнәккә һыуға йөрөй, утын ярып ҡуйырға ла аптырап тормай, ҡорт аҫрап йыл да мул уңыш ала. Унан оҙаҡ йәшәүҙең сере нимәлә тип һораһаң: «Беҙ кесерткән, балтырған ашап, шишмә һыуын эсеп үҫкән быуын. Шуға ла, Аллаға шөкөр, һаулыҡ ныҡ булды. Хәрәкәттә - бәрәкәт. Тормошто ныҡ яратам, ә бөтә бәхет - эштә, ауыр ҡайғыларҙы ла тик эш кенә еңә. Эргәмдә балаларым, ейән-ейәнсәрҙәрем булғанға бик шатмын», - ти йылмайып. Өләсәйемдең иң ҙур байлығы - 15 ейән-ейәнсәре һәм 23 бүлә-бүләсәһе. Бына шулай, булғанына шөкөр итеп, көс-ғәйрәтен юғалтмай йәшәүен да-уам итә Йәмилә Сәйфетдин ҡыҙы.




Гөлнара ЙӘМИЛЕВА.




Фото: ғаилә архивынан.


Читайте нас: