Йәшелсәнән мул уңыш вәғәҙә иткән рекламаға әллә ни иғтибар бирмәгеҙ. Орлоҡтоң районлаштырылғанын, һалҡынға сыҙамлыһын һәм, әлбиттә, быға тиклем үк һынау үткәнен һайлап алырға кәрәк. Сортына ғына түгел, таҙалығына, сығышына һәм шытым биреү көсөнә иғтибар итеү мөһим. Орлоҡтоң сығышын билдәләүҙең ябай ғына юлы бар – һыулы сепрәккә төрөп, даими дымлап торалар. Тәрилкә йылы урында тотолһон. Әгәр улар бер үк ваҡытта гөрләп шытып сыҡһа, сәсергә мөмкин. Ә инде бындай уңайлы шарттарҙа ла йүнләп шытмаһа, ташларға ғына ҡала.