Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Февраль 2019, 04:00

Хәтерҙәрҙән сыҡмайһың һин, Афған!

Үрге Әрмет мәҙәниәт йортонда Совет ғәскәрҙәренең Афғанстандан сығарылыуына 30 йыл тулыуға арналған “Хәтерҙәрҙән сыҡмайһың һин, Афған!” тигән тантаналы сара үтте.

12 февралдә Үрге Әрмет мәҙәниәт йортонда Совет ғәскәрҙәренең Афғанстандан сығарылыуына 30 йыл тулыуға арналған “Хәтерҙәрҙән сыҡмайһың һин, Афған!” тигән тантаналы сара үтте.

Афған. Илебеҙ тарихының әрнеүле, ҡайғылы бер бите. Күктәргә тейеп ултырған тауҙар араһында үлем менән күҙгә-күҙ осрашҡан яҙмыштар. Меңләгән үлемдәр күргән, меңләгән алданған һәм емерелгән хыялдар иле. Ауыр булһа ла был тарих битен хәтер һаҡлығы менән йыл да аса торабыҙ. Сөнки оноторға һәм онотторорға ярамай.

Эйе, йыл һайын 15 февралдә Рәсәйҙә Интернационалист һуғышсыларҙы иҫкә алыу көнө булараҡ үткәрелә. Әлеге датаны юҡҡа ғына Интернационалист һуғышсыларҙы иҫкә алыу көнө итеп һайламағандар. 15 февраль шундай ҡайнар нөктәләрҙә ҡатнашҡан хәрбиҙәрҙе иҫкә алыу көнө. Вафат булғандарҙы иҫкә алабыҙ, беҙҙең арала йәшәүселәрҙең күҙҙәренә ҡарап, кисерештәрен уртаҡлашырға теләйбеҙ. Афған һуғышы – барлыҡ милләт кешеләре өсөн дә уртаҡ. Һәр ҡала, район, ауылға ҡағылған уның рәхимһеҙ еле. Күп йорттарға кергән уның ҡайғыһы. Был афәт күпме йәш ғүмерҙәрҙе өҙҙө, ата-әсәләренә ғүмерлек ҡайғы килтерҙе. Иҫән-һау ҡайтыусылар бәхетле, тик шулай ҙа уларҙың да матур йылдары һуғышта үткән, ул көндәр тормоштарында иң ауыр хәтирәләр булып ҡалырҙар.


Афған һуғышында Әрмет ауыл биләмәһенән 10 кеше ҡатнаша. Шуларҙың икәүһе Үрге Әрмет ауылынан - Ғәрифуллин Рафаэль Фәйзулла улы менән Вәлитов Хафиз Әсҡәт улы. Ә Чечня һуғышына иһә байтаҡ ҡына ир-егеттәребеҙ эләгә. Бына улар: Болғаиров Фаил Фәйез улы, Хәсәнов Илшат Фуат улы, Зәйнуллин Азат Минияр улы, Сиражетдинов Салауат Сәлих улы, Фәтҡуллин Әмир Ғиззетдин улы, Ибәтуллин Шамил Абдрахман улы, Ибәтуллин Рәфис Ришат улы, Сәғиҙуллин Фәнил Хәким улы. Аллаға шөкөр, был егеттәрҙең барыһына ла тыуған яҡтарына иҫән-һау ҡайтырға насип булһа ла әлеге мәлдә Чечняла хеҙмәт иткән бер нисә егетебеҙ арабыҙҙа юҡ инде. “Иҫәндәрҙең – ҡәҙерен, үлгәндәрҙең ҡәберен бел”, тигән борон бабаларыбыҙ. Афған һәм Чечня һуғышында ил ҡушҡанды, хәрби бурысын үтәүселәрҙе һәр саҡ хәтерҙә һаҡларға тейеш беҙ.
Сараға улдары Чечняла хеҙмәт иткән егеттәрҙең әсәләре лә, “ҡыҙыу нөктәнең” уртаһында ҡайнаған егеттәрҙең береһе Болғаиров Фаил Фәйез улы ла саҡырылғайны. Фәһемле сараны Үрге Әрмет башланғыс мәктәбе коллективы башлап ебәрҙе. Артабан һүҙ Афған һәм Чечня һуғышы ветерандарына, ә килә алмағандарының әсәләренә бирелде. Шулай уҡ кисәгә Стәрлетамаҡ ҡалаһынан килгән ҡунаҡ, Грузия, Афған һәм Чечня һуғышы ветераны, өлкән прапорщик Егоров Владимир Сергеевичтың килеүе оло мәртәбә өҫтәне. Ә бына Фәниә инәй Хәсәнованың Чечняла хеҙмәт иткән улы Илшаттың ҡайтырға бер нисә көн ҡалғас нисек итеп пленға эләгеүе, плендағы тормошо тураһында һөйләгәндә күҙҙәргә йәштәр тығылды.


Эйе, күпте күргән ир-егеттәребеҙ, ғәзиз балаһын әрме хеҙмәтенә оҙатып күпме йоҡоһоҙ төндәр, күпме борсолоуҙар кисергән Әсә йөрәге. Һанай китһәң, Башҡортостан, ил буйынса күпме бындай яҙмыштар...


Артабан залда ултырыусылар проектор аша Афған һуғышы хроникаһын ҡараны. Кисәне театрлаштырылған тамаша дауам итте.


Тантаналы сара сәй табыны һәм иҫтәлеккә фотоға төшөү менән тамамланды.






Читайте нас: