Яратҡан эшенә әсәйем бик яуаплы ҡарай, һәр ваҡыт талапсан ул. Эшенә бар күңелен һалып, еренә еткереп, теүәл башҡарыуы менән хеҙмәттәштәре, ауылдаш-тары араһында абруй ҡаҙанды. Сабыр, тыныс холоҡло, һәр кемгә иғтибарлы Һәм ихтирам-лы әсәйем. Ғөмүмән, барыһына ла етә уның йөрәк йылыһы – яҡындарына ла, туғандарына ла, уҡыусыларына ла, ауылдашта-рына ла.