- Беҙҙә электр көсөргәнеше етмәй, белгестәр, электр иң күп тотонолған кис ваҡытта килеп, хәлде баһалаһын ине. Һыуытҡыс, телевизор менән рәтле тотоноп булмай, эштән сығып ҡуйырҙар, тип борсолабыҙ, - урта йәштәге ҡатын мөрәжәғәтенә башҡалар ҙа ҡушылды. “БашРЭС”-тың Петровск филиалы баш инженеры Виктор Жигалов хәлде һәр йорт хужаһынан ғариза нигеҙендә үҙгәртеп булыуҙы әйтте. Башты эшкә ҡушып, халыҡҡа ҡулайлыраҡ яҡты ла хәстәрләп була икән – күмәк йөрөү кәрәкмәйәсәк, дүшәмбе көн ойошма белгесе үҙе ауылға килеп, мәҙәниәт йортонда ғаризалар ҡабул итәсәк. Әйткәндәй, күп функциялы үҙәк белгестәре лә шулай ауылдарға килеп ҡабул итә ала. Ауыл халҡынан күпләп заявка ғына булһын, тине үҙәк етәксеһе. Әлегә иң әүҙеме Ҡолғона менән Кинйәбулат булып сыҡҡан, үҙәктең 7-16-92 һандарын улар ятлап ҡуйған һәм файҙалана белә.