Ишембай ҡалаһында Чернобыль ветеран-дары союзын етәкләүсе Илдар Абдуллин, мәҫәлән, дәүләт тарафынан был категория ветерандарына бирелгән льготаларға таянып, асыҡ һатыу ойоштормай ғына ерҙе арендаға алып булмаҫмы, тигән һорау менән мөрәжәғәт итте. Азамат Абдрахман улы, ветерандың йәмәғәт эшен алып барыуына рәхмәт белдереп, милек менән идара итеү комитеты белгестәре менән берлектә уның һорауын ентекле ҡарау талап ителеүен әйтте, айырым осрашыуға көнө лә билдәләнде. Ташламалар булған осраҡта ла, ер законлы нигеҙҙә бүленергә, процессуаль яҡтан ҡануниәт үтәлергә тейеш.