Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
12 Февраль 2019, 04:00

Минехаят инәйҙән көс алдым

Өҙөлөп тә төштө пар алмаҡай,

Йәтимләнеп ҡалды алмағас.

Өҙөлә бит инде үҙәккәйем,

Яңғыҙлыҡтан дауа булмағас...

Ошо иҫ киткес моңло йырҙы 90 йәшен артмаҡлаған Смаҡай ауылы ағинәйе Минехаят Хәйруллина йырлап ебәргәс, мин уны яңғыҙ, ярҙамсыһыҙ ҡалған оло кеше итеп күҙ алдыма килтергәйнем. Тик яңылышҡанымды шунда уҡ аңланым. Ғәҙәттә, беҙ юбиляр янына килгәс, уның ғаиләһе, үткәне, бөгөнгөһө тураһында һорау бирергә ашығабыҙ. Был юлы ла шундайыраҡ һорауҙар бирәйем тип ауыҙ асҡансы, табын түрендә ултырған инәйебеҙ, кәүҙәһен йәштәрсә тура тотоп, башын юғары күтәреп, ышаныслы, көр тауышы менән, хәтер йомғағын тарата ла башланы.


- Байғужа ауылы ҡыҙымын. 9-сы класты тамамлағас, Стәрлетамаҡ мәҙәни-ағартыу училищеһына уҡырға ингәйнем, уҡыу йортон тамамларға тура килмәне. Смаҡай ауылы егете Хәйруллин Мөхәмәт Мөхәмәҙулла улына кейәүгә сыҡтым да киттем, - тип һүҙ башланы ул, мут йылмайып. - Бабайығыҙ менән 46 йыл бергә бик бәхетле ғүмер кисерҙек. Хаҡлы ялға сыҡҡансы ҡайҙа ғына эшләмәнем, хатта ирҙәр менән бер рәттән юлдар һалырға тура килде. Бер ҡасан да тормош ауырлығына зарланып, илап ултырманым, мыжыҡ ҡатын да булманым. Ошо ауылға, уның кешеләренә тиҙ эйәләштем, әле лә күршеләремде, әхирәттәремде бер көн күрмәһәм дә һағынам. Күмертауҙа донъя көткән улым Фәнисем менән ошо ауылда ғүмер итеүсе берҙән-бер ҡыҙым Әсиләм - минең ныҡлы терәк-таянысым, - тине ул хисләнеп.


- Оҙаҡ йәшәүегеҙҙең сере нимәлә, инәй? - тип һорарға ла өлгөрмәнем, был һорауымды ла көткәндәй, ғорур ғына былай тине:


- Беҙҙең нәҫелдә барыһы ла оҙаҡ йәшәгән. Атайым да, әсәйем дә. Кешеләргә тик изгелек кенә ҡылһаң, тормошто яратһаң, яҡындарыңа хыянат итмәһәң, башыңда саф, матур уйҙар булһа - шунда уның сере!


Әңгәмә аҙағында ғына Минехаят инәйҙең бәхеттә-мөхәббәттә табып үҫтергән 6 балаһының 4-һе вафат булыуын, һөйөклө иренең дә яҡты до-нъяны иртә ташлап китеүен ишеткәс, йөрәгем әрнене. Оло ҡайғылар алдында бөгөлөп төшмәгән инәйҙең яҙмышы тураһында күберәк белгән һайын, уға булған ихтирамым нығыраҡ артты. Тормошта килеп тыуған ҡыйынлыҡтар алдында ҡайһы саҡ тиҙ генә юғалып ҡалыуымды иҫемә төшөрөп, эстән генә уңайһыҙланып та ҡуйҙым. Юбиляр менән хушлашып сыҡҡанда, тышта буран көсәйгәйне. Әсе елдәргә генә түгел, хәҙер инде ыжғыр бурандарға ҡаршы барырлыҡ көс–ғәйрәт тойҙом үҙемдә. Ул көстө миңә, әлбиттә, Минехаят инәй бирҙе! Ауылыңдың, тыуған ереңдең ҡото, йәме булып, йөҙ йәшкә етергә яҙһын һиңә, ағинәй!




Фото: автор.


Читайте нас: