Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
11 Февраль 2019, 04:00

Айырым юллап йөрөргә кәрәкмәй

“Сүп-сар сығарыу реформаһына бәйле яңылыҡтарҙы, кемдәргә түләүҙә ташлама буласағын оло кешеләргә аңлауы ҡатмарлы. Хеҙмәт ветерандары ла ташлама менән ҡуллана аласаҡ тип ишеткәйнек. Ошо хаҡта ентекләберәк яҙһағыҙ ине. Минзилә ҒАТАУЛЛИНА. Көҙән ауылы.”

“Сүп-сар сығарыу реформаһына бәйле яңылыҡтарҙы, кемдәргә түләүҙә ташлама буласағын оло кешеләргә аңлауы ҡатмарлы. Хеҙмәт ветерандары ла ташлама менән ҡуллана аласаҡ тип ишеткәйнек. Ошо хаҡта ентекләберәк яҙһағыҙ ине.

Минзилә ҒАТАУЛЛИНА. Көҙән ауылы.”

Гәзит уҡыусыбыҙҙың редакцияға юллаған көнүҙәк һорауына Башҡортостан Республикаһының Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы мәғлүмәтенә таянып яуап бирәбеҙ.


Республикала 500 меңдән ашыу кеше торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәттәрен түләүгә киткән сығымдары өсөн айлыҡ аҡсалата компенсация ала (русса ЕДК). Уның күләме шәхсән билдәләнә. Быйылдан ошо компенсация күләменә сүп-сар сығарыу өсөү сығымдар ҙа индерелде. Компенсацияға түбәндәгеләр хоҡуҡлы:
  • Бөйөк Ватан һуғышы һәм хәрби хәрәкәттәр ветерандары;
  • Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында тылда эшләгән кешеләр;
  • инвалидтар һәм инвалид бала тәрбиәләүселәр;
  • радиацияға дусар булған граждандар;
  • хеҙмәт ветерандары;
  • күп балалы ғаиләләр.
Дөйөм килеменең күп өлөшөн коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүгә тотонған ғаиләләргә тағы бер төрлө субсидия ҡаралған. Ул түбәндәгесә билдәләнә:
  • күп балалы һәм тулы булмаған ғаиләләргә - 13 %-тан ашыу;
  • 70 йәше тулған яңғыҙаҡ пенсионерҙарға – 16 %;
  • башҡаларға - 20%.

Мәҫәлән, ғаиләнең дөйөм ки-леме 20 мең һум тәшкил итә ти. Әгәр коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләү бер ниндәй ташламаға эйә булмағандарҙыҡы - 4 мең һум, ә яңғыҙ пенсионерҙарҙыҡы 3200 һумдан артһа, күп балалы һәм тулы булмаған ғаиләләрҙеке 2600 һумдан ашып китһә, улар барыһы ла компен-сация алыуға хоҡуҡлы.


Әгәр ҙә быға тиклем был айлыҡ аҡсалата компенсацияны (ЕДК) юлламағанһығыҙ икән, быны йәшәү урыны буйынса Халыҡты социаль яҡлау республика үҙәге филиалына йәки Күп функциялы үҙәккә мөрәжәғәт итеп эшләргә кәрәк. Ишембай ҡалаһы һәм районы халҡына, әлбиттә, Салау-ат ҡалаһында урынлашҡа филиалға йөрөгәнгә ҡарағанда, үҙебеҙҙәге Күп функциялы үҙәккә документтар тапшырыу ҡулайыраҡ - Гагарин урамы, 1-се йорт. Тәғәйен көнгә яҙылып ҡуйырға йәки ниндәйҙер һорауҙарҙы асыҡларға теләһәгеҙ, учреждение белгестәренә 8 (34794) 4-26-66, 8 (34794) 7-16-99 номерҙары буйынса шылтыратырға мөмкин. Әйткәндәй, әлеге көндә Күп функциялы үҙәктә сират көтөү ваҡыты күпкә кәмегән. Шәмбе көндәре лә иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 8-гә тиклем эшләйҙәр. Айлыҡ аҡсалата компенсацияны юллау өсөн һеҙҙән паспортығыҙ, хеҙмәт ветераны танытмаһы (йәки ташламаға хоҡуҡлы башҡа категорияға ҡарау танытмаһы), ИНН, СНИЛС, торлаҡ-коммунал хеҙмәттәргә түләү квитанцияһы (шәхси йортта йәшәүсе район халҡы өсөн газ, һыу, электр өсөн квитанция) һәм аҡсаны күсереү өсөн банк реквизиттарығыҙ кәрәк буласаҡ.


Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты соци-аль яҡлау министрлығының льготалар һәм субсидиялар бүлегенән (телефоны - 8(347) 218-07-23) асыҡлап китеүҙәренсә, әлегә сүп-сар сығарыу өсөн түләүгә компенсация күләме билдәләнеү өҫтөндә. Был тотҡарлыҡ торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр хаҡы стандарты иҫәпләнеүе менән бәйле. Тимәк, сүп-сар сығарыу өсөн түләүгә компенсацияны айырым юллап йөрөү кәрәкмәй, ул айлыҡ аҡсалата компенсация алыусыларға автоматик рәүештә иҫәпләнеп, артабанғы айҙарҙа киләсәк.




Фото: pixabay.com



Читайте нас: