Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
10 Февраль 2019, 04:00

Көнсөллөк нимәгә килтерә?

Һәр әҙәм балаһы донъяла үҙенең көсө еткәнде эшләй. Ә инде төрлө ихтыяждарҙы ҡәнәғәтләндереү – Аллаһ ҡулында.

Һәр әҙәм балаһы донъяла үҙенең көсө еткәнде эшләй. Ә инде төрлө ихтыяждарҙы ҡәнәғәтләндереү – Аллаһ ҡулында.


Шуға ла Раббыбыҙға: “Изге ниәттәргә яҡынайыу юлын күрһәтһәңсе, рәхмәтеңдән ташламаһаңсы”, – тип доға ҡылып тороу зарур.


Көнсөллөк менән генә алға китеп булмай. “Был тойғо күңел күҙенең күрмәүе, Аллаһ биргән ниғмәттәрҙе һанға һуҡмау сәбәпле тыуа. Иманһыҙлыҡтың бер тармағы ул”, – тип өйрәткән мөьминдәр әмире Ғәли хәҙрәт.


Көнсөллөк кешене мин-минлеккә, дан артынан ҡыуыуға этәрә, һөҙөмтәлә бәндәнең зиһене зәғиф­ләнә, рухына кәмселек килә. Ундайҙар үҙ етешһеҙ­лектәрен – изгелек, кәмселектәрен – дәрәжә, асыуҙарын көслөлөк тип ҡабул ҡыла башлай.







Фото: vsedua.ru




Читайте нас: