Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
10 Февраль 2019, 04:00

ФАЙҘАҒА БУЛҺЫН МӨРӘЖӘҒӘТТӘР

Башҡоростан Республикаһы Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировҡа мөрәжәғәттән һуң ... фәлән ауылда ауып барған бағананы турайтҡандар, фәлән ҡалала йылдар буйы хакимиәт тупһаһын тапаған әсәгә ин-валид балаһы өсөн ер биргәндәр, ә бер ауылда хатта буранда ла юлдар яп-ялтыр, тап-таҡыр ти! Көлкөмө? Түгел шул, иптәштәр. Лермонтов ағай яҙып ҡалдырғанса, көлкө булыр ине, әгәр шул тиклем күңелһеҙ булмаһа.

Башҡоростан Республикаһы Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировҡа мөрәжәғәттән һуң ... фәлән ауылда ауып барған бағананы турайтҡандар, фәлән ҡалала йылдар буйы хакимиәт тупһаһын тапаған әсәгә ин-валид балаһы өсөн ер биргәндәр, ә бер ауылда хатта буранда ла юлдар яп-ялтыр, тап-таҡыр ти! Көлкөмө? Түгел шул, иптәштәр. Лермонтов ағай яҙып ҡалдырғанса, көлкө булыр ине, әгәр шул тиклем күңелһеҙ булмаһа.


Нимәләр хаҡында һөйләй һуң был күренеш? Әйҙәгеҙ фекер йөрөтөп ҡарайыҡ. Берәүҙәр әйтер - урындағы етәкселек халыҡ үтенес-мөрәжәғәттәренә ваҡытында ҡолаҡ һалмай, үҙебеҙҙекеләргә күп мөрәжәғәт иттек – “хватит, бөттө түҙемлек”. Һәм шуға ла тәүге көндәрҙән үк социаль селтәрҙәрҙәге аккаунттарын халыҡты ишетер, төбәктәге проблемаларҙы аңлар өсөн ҡулланған Радий Фәрит улына туранан-тура яҙалар. Ҡулай, еңел, һөҙөмтәле, ниңә яҙмаҫҡа ти?! Ярай әле, был төркөмгә ҡараусылар ысынбарлыҡтағы хәлде дөрөҫ һүрәтләһә, ташҡа баҫылған түгел, ә интернет селтәренә барып эләккән һүҙең өсөн дә яуаплы булыуын онотмаһа.


Икенселәр иһә ошо юл менән илһөйәр, ауылы, ҡалаһы өсөн янып-көйөүен күрһәтергә теләй. Тик ниңәлер күбеһендә янып–көйә тигәнде тырнаҡ эсенә алғы килә. Ундайҙарға комментарийҙарҙа урынлы ғына яуап биреүселәр табыла - ә үҙең һуң тыуған яғың өсөн нимә эшләнең?

Әлбиттә, бар юлдарҙы үтеп, бар ишектәрҙе шаҡып та, ярҙам, аңлау тапмағандар хаҡында айырым һүҙ. Сараһыҙлыҡтан яҙа улар. Сөнки ысынлап та яңы етәксе һәр кимәлдә вла-сты ҡыбырлатып ебәрҙе, күн креслоларҙың ғүмерлек түгел икәнен иҫтәренә төшөрҙө.


Бына бит, әптектәр “Бәйләнештә” социаль селтәрендә Хәбировҡа хат яҙыу менән мәктәп автобусы маршрутын үҙгәрткәндәр. Бығаса 7-10 йәшлек балаларға оло юлдан 2 километр тирәһе Яңы Әптек яғына автобус туҡталышына йәйәү сығырға тура килгән. Хәҙер бәләкәстәре хәүефһеҙлеге өсөн борсолған ата-әсәләр, уҡыусылар шатлығының иге-сиге юҡ. Автобус ауыл эсенә йәтеш кенә кереп, уҡыусыларҙы балалар баҡсаһы тапҡырынан алып китә икән. Халыҡтың Әптек ауылы башында Сәлих яғынан туҡталыш повильоны булдырыу үтенесе лә иғтибарһыҙ ҡалмаған – төбәктең Юл хужалығы идаралығына урындағы хакимиәттән заявка йүнәлтелгән.


Ай-һай эштәрҙе тиҙләтә, ҡуҙғата, йәнгә тейә, хатта ҡурҡыта был Интернет, социаль селтәрҙәр. Берәүҙең “Бәйләнештә”ге сәхифәһендәге статусы ҡапыл иҫемә төштө. Урыҫсанан тәржемәләгәндә мәғәнәһе ошолайыраҡ: “Социаль селтәрҙә статустарығыҙҙы мотлаҡ һаҡлағыҙ. Улар психиатрға һеҙгә диагноз ҡуйыуҙа ярҙам итәсәк”. Бына шулай. Социаль селтәр, ундағы яҙыуҙар һәр кемдең йөҙөн ап-асыҡ асып һала. Көсәнеп матур, аҡыллы, эшлекле, миһырбанлы, мәҙәниәтле булырға тырышыуыңды ла, тыуған ереңә, кешеләргә мөнәсәбәтеңде лә. Шуға ла яҡташтарға әйтке килә - төбәк етәксеһенә ишембайҙар исеменән мөрәжәғәт итәһегеҙ икән, күмәгебеҙҙең йөҙөн, холҡон – был статустағы һымаҡ “диагнозыбыҙҙы” күрһәтешеүегеҙҙе лә онотмаһағыҙ ине. Файҙаға булһын бындай мөрәжәғәттәр, йөҙөбөҙ юҡҡа-барға тапланмаһын.





Фото: интернет.


Читайте нас: