Улар ике аҙна самаһы дауамында бында һаулыҡтарын нығытасаҡ. Ишембай районы муниципаль районы хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Азамат Абдрахманов, балаларҙы ҡаршылап, улар менән аралашты, кәйефтәре менән ҡыҙыҡһынды. Алыҫ юлдан килһәләр ҙә ҡыҙҙар һәм малайҙарҙың күңелдәре күтәренке, ихлас аралаштылар. Азамат Фәрит улы шифаханала уларҙы ҡыҙыҡлы ял көтөүен белдерҙе. Ишембай командаһы менән спорт ярыштары уҙғарырға ла тәҡдим итте. Сибай үҫмерҙәре был фекерҙе күтәреп алып, футболда көс һынашырға теләүҙәрен әйтте. Эргәлә генә саңғы базаһы булыуын күҙ уңында тотоп, хакимиәт башлығы вазифаһын башҡарыусы ундағы мөмкинлектәрҙе лә атаны. “Матур итеп ял итегеҙ, оҡшаһа тағы ла килерһегеҙ”, - тине ул.