Мортаза Рәхимов идара иткән 20 йыл эсендә халҡыбыҙҙың тормош сифаты яҡшы яҡҡа үҙгәрҙе, ҡала һәм райондарҙың йөҙө матурланды, юлдар төҙөлдө, яңы-яңы күркәм йорттар ҡалҡып сыҡты. Ошо ваҡыт эсендә ил етәксеһе бихисап аҡыллы ҡарарҙар ҡабул итте. Нәҡ ошо осорҙа башҡорт теленә дәүләт теле статусы бирелде, башҡорттарҙың Бөтә донъя ҡоролтайы барлыҡҡа килде, респу-блика күләмендә Шәжәрә байрамдары, “Салауат йыйыны” үткәрелә башланы. Яңы уҡыу йорттары, милли гимназиялар, бала-лар баҡсалары үҙ ишектәрен асты. Дауаха-на, шифаханалар, яңы мәҙәниәт һарайҙары – былар барыһы ла Мортаза Рәхимов ил етәксеһе булған осорҙа тыуған шатлыҡлы күренештәр. Нәҡ ошо осорҙа Сибайҙа “Сул-пан” балалар театры асылды, баш ҡалалан ситтә ятҡан Сибай, Учалы, Нефтекама, Стәрлетамаҡ ҡалаларында Башҡорт дәүләт филармонияһының филиалдары барлыҡҡа килде, “Башҡортостан” киностудияһы төҙөлдө. Ҡабатланмаҫ архитектура биҙәге – “Конгресс холл” комплексының асылыуы баш ҡала халҡына һәм уның ҡунаҡтарына оло бүләк булды. Ил башлығы етәкселегендә республикабыҙҙа байтаҡ эштәр Рәсәй тари-хында беренсе булып башланды. Мәҫәлән, 5 һәм унан да артыҡ бала тәрбиәләгән әсәләргә “Әсәлек даны” миҙалы булдырылды, 9 бала-лы ғаиләләргә “Газель” еңел машинаһы, “Үҙ йортом” дәүләт программаһы...