Маҡар ауыл Советы ауыл биләмәһенә ҡараған Подгорный ауылында йәшәүсе Михаил Степанович ПЕРЕВЕДЕНЦЕВты был яҡ халҡы яу үткән яугир тип белә. Бөйөк Ватан һуғышында Берлинғаса еткән пулеметсы ошо көндәрҙә 95 йәшен ҡаршыланы.
Ололарҙы ололау йолаһы, олпат юбилейҙарын ҡаршылаған инәй-бабайҙарҙы хакимиәт кимәлендә тәбрикләү, матур бүләктәр биреү күренеше, шөкөр, һәр биләмәлә атҡарылып килә. Михаил бабай осрағында инде был икеләтә ҡыуаныслы, яуаплы йөкләмә ине.
- Рәхмәт, иғтибарҙан өҙмәйһегеҙ, көтә инем, – тип ҡаршыланы ветеран ҡунаҡтарҙы. Михаил Степанович бөгөн Подгорныйҙа ике ҡыҙы, улы менән бергә ғүмер итә. Ҡатыны Мария Петровна менән татыу ғүмер итеп, 6 бала үҫтергәндәр. Йәшләй мәрхүм булған ҡустыһының ҡыҙын да үҙҙәренә һыйындыралар. Тигеҙ ҡартлыҡ бөтәһенә лә яҙмай шул. Оҙон ғүмерҙең бер ҡыйын яғы – яҡындарыңдың киткәнен күреү. Михаил ағай ҙа ике улын, 2001 йылда ҡатынын ерләгән. Шулай ҙа бирешмәгән, ғүмере буйы колхоз, умарта эшенән айырылмаған уҙаман. Уның менән яҡындан аралашҡанда оҙон ғүмерле булыу серенә лә төшөнә биреберәк ҡуяһың. Тормошто фәлсәфәле тыныс ҡабул итә белеүе, эшһөйәрлеге, ихласлығы менән еңгән ул ауырлыҡтарҙы. Биләмә хакимиәте башлығы Әлфир Әлмөхәмәтов һәм китапханасы Зөлфирә Таһирова менән бөгөнгө хәлдәре, уй-теләктәре менән уртаҡлашҡанда ла тормоштан риза булыуы һәр һүҙендә ярылып ятты.
- Йәшәге килә әле. Балалар эргәмдә, хәстәрләп торалар. Үҙ аяҡтарымда йөрөйөм, көн дә тышҡа сығып, саф һауа һулап керәм. Яңылыҡтарҙы ҡарайым, ишетәм. Һуғыш ваҡытында күп илдәрҙе фашистарҙан яҡларға тура килде. 1942 йылдың көҙөндә, 18 йәшемдә, әрмегә саҡырылдым. Ҡорал тоторға өйрәнгәс тә Украина фронтына ташланылар. Румыния, Чехословакия, Венгрияны азат иттек. Урындағы халыҡ совет һалдаттарын сәскәләр менән ҡаршылай ине, - тип хәтерләне дәһшәтле йылдарҙы Михаил ағай. Байрамдарҙа ғына кейгән пиджагында “Ҡаһарманлыҡ өсөн” миҙалы, “Германияны еңгән өсөн”, Бөйөк Ватан һуғышы ордендары балҡый. Тарихты кем нисек теләй, шулай борорға торған заманда ошо утты-һыуҙы кискән быуындың иҫтәлектәре бигерәк тә ҡиммәт. Әлфир Юнир улы ветеранға республика етәкселегенең, район хакимиәте башлығының ҡотлау, рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Уның заманында “Әрмет” колхозында умартасы, келәт мөдире, бригадир булып эшләгән йылдарын бергәләп иҫләнеләр. Умартасы тигәндән, әле лә был яратҡан шөғөлөнән айырылмаған күпте күргән бабай.
- Ҡортсолоҡ серҙәренә беҙҙе лә өйрәтте, әле лә, йәй булһа, беҙҙең ҡорттар менән булышҡанды күҙәтеп, кәңәш итеп ултыра, – ти ҡыҙҙары. – Атайҙы ла ошо тырыш, үҙ юлы булған бал ҡорттарына оҡшатабыҙ.
Иҫәнлек Һеҙгә, Михаил Степанович, Еңеүселәр быуынына әйтеп еткерелмәгән рәхмәтте Һеҙ ҡабул итегеҙ, ҡәҙер-хөрмәттә йәшәгеҙ!